Вторник, 19.03.2024, 05:19
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Усаева Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының сайты


Главная Мой профиль Выход

Вход
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Викториналар

Б.Бикбайҙың ижады буйынса викторина һорауҙары.

1.Б.Бикбай ниндәй беренсе ҡулъяҙма журналын сығарыуҙа ҡатнаша?

2.1938 йылда Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған музыкаль драмаһы нисек атала?

3.Салауат Юлаев операһының композиторы кем?

4.Б.Бикбайҙың түбәндәге әҫәрҙәренә кемдәр музыка яҙған?

а) «Азат» операһы ;

б)«Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы ;

в)«Шәүрә» трагедияһы.

5.Б.Бикбай ижадын монографик планда яҙып сығыусы авторҙы атағыҙ.

6.Тәүге китабы ҡасан баҫыла һәм нисек атала?

7.Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?

Иртә түгел, ҡустым, беләм һине!

Тик үҙеңде бер аҙ ҡулға ал

Күкрәк киреп һуғышыр саҡтар килде,

Элеккеләй булма дыуамал.

8.Ҡарлуғас драмаһында Шатморат ролен башҡарыусыны атағыҙ.

9.Б.Бикбайҙың әҫәрҙәренән мәҡәл һәм әйтемдәрҙе һанап китегеҙ.

10.Түбәндәге әҫәрҙәрҙе мәғәнәләренә ҡарап урынлаштыр:

а) «Ер» поэмаһы ;

б) «Пограничник һәм уның әсәһе»;

в) «Йәшә, тормош!»;

г) «Ҡарлуғас».

а)халыҡтың социаль һәм рухи яҡтан иҙелеүен, азатлыҡ өсөн көрәшен кәүҙәләндереү;

б)Башҡортостандың фажиғәле үткәндәрен, революциянан һуңғы тормошон һүрәтләү;

в)поэзияһында азатлыҡ темаһы;

г)рус халҡы менән тарихи дуҫлыҡ һәм берҙәм көрәш темаһы?

11.Түбәндәге образдар ниндәй әҫәрҙән:

Ҡолай Балтасов, Юлай, Көнбикә, Әминә?

12.Аңлатҡан мәғәнәләргә ҡарап әҫәрҙәрҙе урынлаштыр:

а) Автобиографик повесть;

б) Кинйә ауылы батыры тураһында очерк;

1. «Аҡселән ташҡанда»

2. «Аҡсәскә»

3. «Тере тамсылар»

4. «Советтар Союзы Геройы Ғәфиәт Арсланов»?

13.Атаһы ташлап киткәндә Аҡсәскәгә нисә йәш була?

14.Б.Бикбай бәләкәй саҡта кем кеүек булырға хыяллана?

15.Б.Бикбайҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы шиғырҙар йыйынтыҡтарын һанап китегеҙ.

 

Әхмәтзәки Вәлиди Туған ижады буйынса викторина һорауҙары.

1. Әхмәтзәкиҙең тыуған йылы?

2. Мөғәллимлек иткән урындарын атағыҙ.                                    

3. «Хәтирәләр»ҙән алынған түбәндәге өҙөк ниндәй шәхес хаҡында?

«... бик  һөйкөмлө шағир ине... Ижадында 1917 йылда башланған инҡилап дәүерендәге милли хәрәкәтебеҙҙе тасуирланы. Әле тамамлап өлгөрмәгән дастан кеүек әҫәрҙәре лә бар ине. Барыһы ла юғалды»

4. 1908 йылда Ырымбурҙа һәм 1926 йылда Истамбулда ниндәй шәхес менән осраша?

5. 1906 йылда Ирәндек тауҙарының көнсығышындағы Солтан тип йөрөтөлгән алтын руднигында һәм 1908 йылда Ырымбурҙа кем менән күрешә?

6. 1912 йылда Ҡазанда баҫылып  сыҡҡан беренсе китабы нисек атала?

7. Беренсекитабына кем, мәҙәниәтебеҙҙә эшләнгән иң мөһим бер әҫәр тип, «Йондоҙ» (Ҡазан) газетаһында баһалама бирә?

8.1913 йылда «Шура» журналының 19-22 һандарында баҫылып сыҡҡан мәҡәләһе нисек атала?

9. 1915 йылдың аҙағында Өфө мосолмандарының йыйылышы уны ниндәй эшкә һәм ҡайҙа ебәрә?

10. Сәйәси эшмәкәрлектән фән юлына кире  баҫыуы ҡасан була?

 

Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса викторина һорауҙары.

1. Рәми Ғариповтың тәүге китабы нисек атала?

2. Рәми Ғариповтың ғүмер йылдары.

3. Ниндәй китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә?

4. Рәми Ғариповтың ниндәй шиғырын яратып ҡат-ҡат уҡыйһың?

5. Рәми Ғариповтың ғаилә ағзалары тураһында нимәләр беләһең?

6. Шағирҙың нисә китабы донъя күргән? Исемдәрен яҙ.

7. Халыҡ шағиры исеменә нисәнсе йылда лайыҡ була?

8. Салауат районында Рәми Ғарипов кем булып эшләй?

9. Рәми Ғариповтың йорт-музейы ҡайҙа урынлашҡан?

10. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә ниндәй йырҙар яҙылған?

11. Рәми Ғарипов унынсы класты ҡайҙа тамамлай?

12. «Табыныу» поэмаһының төп тематикаһы.

13. Рәми Ғарипов исемен ниндәй мәктәп йөрөтә?

14. 1987 йылда ниндәй поэмаһы донъя күрә?

15. Тәржемәләр йыйынтығы нисек атала?

16. Рәми Ғариповтың әсәһенең исеме кем?

17. Рәми Ғариповтың иң яҡын дуҫтары.

18. Рәми Ғариповтың яратҡан төҫө.

19. Юғары белемде ҡайҙа ала?

20. Ул ҡайҙа ерләнгән?

 

 

Тимер Йосоповтың тормош юлы һәм ижадына бағышланған викторина һорауҙары.

1. Тәүге хеҙмәтен ҡайҙа башлай?

2. Тәүге китабының исеме нисек атала?

3. Был юлдар ниндәй шығырҙан?

Оноторлоҡмо һуң,

Булды бит ул

Бик тилмергән саҡтар икмәккә.

Башаҡ сүпләп ҡамыл төптәренән,

Йөрөмәнек һис тә ирмәккә...

...Ер мәңгелек. Ер янмаҫҡа тейеш.

Тыныс булһын илем кистәре.

Тормош күрке булып, һәр бер өйҙән

Гел таралһын икмәк еҫтәре.

4. Т.Йосопов ниндәй премия лауреатына лайыҡ була?

5.Т.Йосоповҡа ҡасан Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелгән?

6. Тыуған ауылын атағыҙ?

7. Т.Йосоповтың нисә китабы бар?

8. Улымды эҙләп барам тигән поэмаһы кемгә арналған ?

9. Т.Йосоповтың яратҡан йыры?

10. Т.Йосоповтың улының исемен һәм профессияһын атағыҙ?


 

Викторина һорауҙары (8 класс)

1. Һөйләмдәге тиң кисәктәр ниндәй һүҙбәйләнеште барлыҡҡа килтерә ?

2. Шәп саба һүҙбәйләнешендә эйәреүсе һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән килә?

3. Һөйләмдә ниндәй һөйләм киҫәге бер һүҙгә лә буйһонмай?

4. Аҡьял батыр ил гиҙергә сығып киткән һөйләмендә ҡайһы һүҙ өҫтәлмәлек булып килгән?

5. Әсғәт Ҡалаға уҡырға китте һөйләмендә ҡайһы һүҙ маҡсат хәле булған?

6. Башҡотростандың Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында 1924йылдың 7апрелендә тыуған яҙыусы?

7. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:

Таһирҙың атаһы Таип урта кәүҙәле, кәзә һаҡаллы, ҡиәфәте менән ғәрәптәргә  тартым- ҡыр танаулы, ҡуңыр битле, йәштән генә башына сал кергән, йәшкелт күҙле, асыҡ сырайлы ир була.

8. Ноғман Мусиндың тәүге хикәйәһе?

9. Я.Хамматовҡа ҡасан С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелә?

10. Мәҡәлдәргә тейешле һүҙҙәр ҡуйығыҙ.

1)Ғүмер ... менән түгел,... менән билдәләнә.

2)Өҫтән аҫҡа осоу өсөн ...кәрәкмәй.

3)ныҡ күтәрелгән ... ҡаплай.

4)Күрше ... ташланған ... үрсеп ҡайта.

5)Уңған кеше ...... иренер.

6)Дошман ...башлаһа,.... эҙлә.

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Поиск
Вход на сайт

Copyright MyCorp © 2024
Сайт создан в системе uCoz