Вторник, 19.03.2024, 14:38
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Усаева Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының сайты


Главная Мой профиль Выход

Вход
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Баш бит

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар, ҡәҙерле ҡунаҡтар!

Һеҙҙе "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2016" төбәк - ара бәйгеһенең ҡатнашыусыһы ҡаршы ала.

 

Эссе

«Мин уҡытыусы»

Осрашыуҙар…

Күпме осрашыуҙар кешенең яҙмышын хәл итә лә, күпме ялғыштар яһата, күпме хаталарҙан йолоп алып ҡала, үтер юлыңды билдәләй.

Бер осрашыу, бары тик бер осрашыу минең дә тормошомдо- яҙмышымды киҫкен үҙгәртте лә, үҙ ағышына һалды. Ул мине яҡшыны күреп ҡыуана, яманды күрһә йөрәге әрней торған Уҡытыусы менән Силәбе өлкәһе Ибраһим мәктәбендә осраштырҙы һәм алдағы тормош юлыма фатихаһын бирҙе. Кешенең буласаҡ яҙмышы тыуған ерендә, әсә теле аша формалаша тиҙәр икән, миңә лә үҙ тәжрибәмдә быға ышанырға тура килде. Бала сағынан табип булырға хыялланған башҡорт  ҡыҙы был ниндәйҙер сихри лә, серле лә осрашыуҙы үҙенең яҙмышы итеп ҡабул итте.

Ҡылғанлы иркен далаларҙа өйөр-өйөр йылҡы асрап, тирмәләрҙә йәшәгән, иркенлектә көн иткән,  боронғо ата-бабаларым ере- минең дә тыуған ерем . Мин түбәһе күккә тейгән, аҡ түбәтәй кейгән Ирәмәлдең бер хыялый балаһы. Шуға күрә лә үҙ халҡымды, уның тарихи юлын, телен яҡшы беләм, яҡын күрәм, ҡабул итәм. Был тормош һабаҡтарын да миңә Уҡытыусым бирҙе. Ул биргән төплө кәңәштәр, өгөт – нәсихәттәр, уның үҙенең төплө белеме мине үҙ телемдең берсә моңло ла, берсә моңһоу ҙа, берсә көйлө лә донъяһына алып керҙе, әҫир итте. Һәм бына мин Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультеты талибәһе. Хыялдарым тормошҡа ашһын инде!

Студент йылдары ла, бер миҙгел генә булып үтеп тә киттеләр. Алда яңы юлдар, яңы кисерештәр, яңы осрашыуҙар... Бар теләгем - үҙ эшемдең оҫтаһы булырға. «Эште еренә еткереп эшлә» мәҡәлен девиз итеп, бар белемемде, йөрәк йылымды балаларға бирергә ант итеп оло юлға сыҡтым.

     Аҡ хыялдар ҡанатында осоп,

Тыуған яҡтан киттем сит яҡҡа.

     Тик

     Һин ҡыҙыңды бер танырһың әле,

     Һынатмаҫ ул сит яҡта!

Осрашыуҙар...

Бер осрашыу тағын минең яҙмышыма үҙгәреш керетте. Мин – Борай килене.

      Һиндә тыуып, һиндә үҫмәһәм дә,

      Үҙ еремдәй һине яраттым,

      Һөйөү хисе тыуҙы йөрәгемдә

      Ошо ерҙә мин сәскә аттым.

Минең өсөн бөтә яҡлап та яңы тормош башланды. Унда мине ниҙәр көтә? Ауырлыҡтар тыуһа, еңә алырмынмы? Яҡын кешеләрем ярҙамға килерҙәрме? Был һорауҙарҙы үҙ үҙемә нисә тапҡыр биреп, нисә тапҡыр сисеп ҡарағанмындыр...

Ләкин «йөрәк ҡурҡа, ҡул эшләй тиҙәр» бит. Минең дә тормошом борайҙарса аға башланы. Ғаиләм имен, яратҡан эшем бар. Күркәм традициялары, үҙҙәре тәрбиәләп сығарған кешеләре менән дан тотҡан Борай беренсе мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытам.

Донъяла һәр бер халыҡтың быуаттар буйы тупланған рухи хазинаһы, байлығы – теле бар. Тел – ата-бабаларыбыҙҙан, быуындан быуынға күсә килгән изге аманат ул. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ маҡсатым – уҡыусыларға, тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү.Был ике төшөнсәне айырып ҡарап булмай. Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы үҫә. Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә. Кешеләр менән аралаштырған тел, белем, ғилем биргән тел. Туған тел үҙ байлығыбыҙ, беҙҙең яҙмышыбыҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Беҙҙең һәм киләсәк быуындың телендә мәңге шулай ғорур яңғыраһын ине башҡорт теле. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта башҡорт телен уҡытыуҙа, уны үҫтереүҙә күп эштәр башҡарылды.

Һәр баланы туған телендә матур итеп һөйләшә алыуына инандырыу – әҙәбиәт уҡытыусыһының иң төп бурыстарының береһе тип иҫәпләйем. Уҡыусылар һүҙ байлығын ҡулланып, конкрет дәлилдәр табып, үҙҙәрендә иптәштәрен ышандыра алырлыҡ белем  дә, көс тә таба икән, тимәк, әҙәбиәт дәрестәре үҙ бурысын үтәй, минеңсә.

Мин уҡыусыларымды тормошта үҙ урынын табып, үҙен аяҡ терәп яҡлай алырлыҡ, үҙе белгәнде дуҫтарына, милләттәштәренә аныҡ итеп иң кәрәкле һүҙҙәр табып өйрәтә, аңлата алырлыҡ шәхес итеп күрергә теләйем. Ә бының өсөн тәү сиратта, телмәр байлығын арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк.

Уҡытыусы! Һәр кемгә яҡын, һәр кемгә таныш был һүҙ берәүҙәрҙе йыраҡ бала саҡҡа алып китә, ниндәйҙер онотолмаҫ хыялдарын яңырта. Мин - Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙы! Уҡытыусыға һоҡланып та, ғорурланып та ҡарай инем, хәҙер үҙемә лә шулай ҡарайҙар тип уйлайым. Шуның өсөн тышҡы ҡейәфәтем пөхтә, йөҙөм яҡты, рухи донъям бай, күңелем киң, тыйнаҡ, сабыр булырға бар көсөмдө, белемемде бирәсәкмен. Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым.

Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә тиҫтә йылдан ошо урында мәғрур, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡтар һәм һәр береһе ирекһеҙҙән ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек донъяһының булмышына хас булһа, Уҡытыусы исемен йөрөтөүсе бөйөк һөнәр эйәһе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул мәғрур ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора.

 

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Поиск
Вход на сайт

Copyright MyCorp © 2024
Сайт создан в системе uCoz