Вторник, 19.03.2024, 12:13
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Усаева Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының сайты


Главная Мой профиль Выход

Вход
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Олимпиада һорауҙары

Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары

7 класс

 

  1.  
  1. Тел ғилеменең ниндәй бүлеге һүҙ төркөмдәрен өйрәнә?
  2. Нидәй хәрефтәр ике өндө белдерә?
  3. Яҡты һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
  4. Беренсе затта һәм берлектә торған ҡылымды яҙығыҙ.
  5. Уйнап ебәр, олатай! Был ниндәй һөйләм?
  6. –Йәмәғәт,- тине ул ҡысҡырмай ғына,- уйлашайыҡ әле. Билдәләнгән ҡылымдың һөйкәлеше ниндәй?
  7. Йығылыу, тәгәрәү, ҡолау, ауыу һүҙҙәрен мәғәнәләре буйынса нисек атап була?
  8. Составында һандар булған ике  мәҡәл яҙығыҙ.
  9. Арттырып һөйләү мәғәнәһенә тап килгән фразеологизмды яҙығыҙ.
  10. Кемде, нимәне, ниҙе, кем, нимә, ни һорауҙарына ниндәй килеш яуап бирә?
  1.  
  1. Халыҡ ижадына нимәләр инә?
  2. Ниндәй халыҡ йырҙарын беләһегеҙ?
  3. Башҡорт халыҡ әкиәттәре нисә төркөмгә бүленә? Миҫалдар яҙығыҙ.
  4. Нимә ул легенда?
  5. Легенда һәм риүәйәттең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын яҙығыҙ.
  6. «Ай менэн Зөһрә»легендаһында үгәй әсә Зөһрәгә ниндәй эш ҡуша?
  7. Мәжит Ғафуриҙың ниндәй әҫәрҙәре менән танышһығыҙ?
  8. Башҡортостан тураһында яҙылған шиғырҙар-...
  9. Дуҫ, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙығыҙ.
  10. Мостай Кәрим кем ул?

8 класс

1.   Тел ғилеменең ниндәй бүлеге телмәр өндәрен, уларҙың бүленешен, телмәрҙә үҙгәрешен өйрәнә?

2.   Егәрле һүҙендә нисә һуҙынҡы, нисә тартынҡы өн бар?

3.   Инәлеү, үтенеү, ялыныу, ялбарыу һүҙҙәрен мәғәнәләре буйынса нисек атап була?

4.   Сәрбиямал, шарҡылдап көлөп, балаларға алмаш-тилмәш ҡулын һуҙҙы. Билдәләнгән һүҙ ниндәй килештә?

5.   Нимә ул антоним? Миҫалдар яҙығыҙ.

6.   Матур һүҙенә синонимдар яҙығыҙ.

7.   Нимә ул һөйләм? Интонация буйынса һөйләмдең ниндәй төрҙәре була?

8.   Нимә ул һүҙбәйләнеш?

9.   Һүҙбәйләнештәр ниндәй юл менән яһала?

10. Һүҙҙәрҙең ниндәй бәйләнеше йәнәшәлек тип атала?

11. Һәҙиә Дәүләтшинаның ниндәй әҫәре менән танышһығыҙ?

12. Рамазан Өмөтбаевтың “Әмир баҫыуы” хикәйәһендә ниндәй осор һүрәтләнгән?

13. “Өфө йүкәләре” шиғырының авторы кем?

14. Салауат Юлаев тураһында опера яҙған башҡорт композиторын, уның һәйкәлен төҙөгән скульпторҙың, уның  хаҡында роман яҙған рус яҙыусыһының исемдәрен атағыҙ?

15. Мәҡәлде дауам итеп яҙығыҙ.

Батыр яуҙа беленер....

Сәсән күрке һүҙ булыр....

16. Нимә ул ҡобайыр? Ниндәй ҡобайыр беләһегеҙ?

17. Башҡортостандағы иң бейек тауҙың исеме. Башҡортостандағы иң ҙур күл.  М.Кәрим ниндәй районда тыуған?

18. “Үтһәк тә беҙ күпме юлдар,

Хәтерләйбеҙ һәр саҡ уны” – был юлдар ниндәй шиғырҙан? Авторы кем?

19. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?

20. 2015 йылда юбилейҙары билдәләнгән  яҙыусыларҙың исемдәрен яҙығыҙ.           

 

9 класс

 

1.“Кәкре ҡайынға терәтеү”  нығынған һүҙбәйләнешенең  синонимик варианттарын яҙығыҙ.

2.Был  ниндәй һөйләм:    Бөтә ерҙә  ҡоштар һайрай, бал ҡорттары беҙелдәй, турғайҙар тирәләй әйләнеп оса, сәскәләрҙән бал еҫтәре аңҡый.

3.Көнбағыш һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

4.Майҙан гөж килеп тора бер ерҙә малайҙар көршәк ваталар икенсе ерҙә көрәшселәр көс һынаша һөйләмен тыныш билдәләре ҡуйып күсереп яҙығыҙ.

5.Башҡорт алфавитында нисә хәреф?  Башҡорт телендә нисә үҙенсәлекле хәреф? Яҙығыҙ.

6.Тел, тыуған ер тураһында мәҡәлдәр яҙ.

7.Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.

8.Бирелгән һүҙҙәрҙе төшөм килешкә ҡуйып яҙ:көҙ,металл,киоск,календарь,июль,ҡолон

9.Аҡһыл һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

10.  Омонимдар. Миҫалдар килтерегеҙ.

11.Йомаҡтар, әйтемдәр, һынамыштар, мәҡәлдәр ниндәй жанрға ҡарай?

12.Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сыҡ.

13.”Урал батыр” эпосында үлем хаҡында бәхәстә ниндәй йәнлектәр һәм ҡоштар ҡатнаша?

14.Һабрау сәсән образы ҡатнашлыҡ иткән әҫәрҙәрҙе ата.

15.”Иҙеүкәй менән Мораҙым”  эпосын нисәнсе йылғы ҡулъяҙманан кем яҙып алған? Барлығы нисә юлдан тора?Ниндәй тарихи дәүерҙе сағылдыра?

16.Мифтахетдин Аҡмулла ҡайҙа, ҡасан тыуған? Белгән 5 шиғырының исемдәрен яҙ.

17.Йола поэзияһына нимәләр инә?Башҡорт халҡында ниндәй йолалар һаҡланып килә?

18. Халыҡ ижады менән яҙма әҙәбиәт араһында ниндәй айырма бар?

19. Бирелгән төшөнсәгә билдәләмә бир: ҡисса

20. Әкиәттәр йөкмәткеһе буйынса ниндәй төрҙәргә бүленәләр?

 

10 класс

 

1. Парлы тартынҡылар.Улар ниндәй принцип буйынса парлыланалар?

2.Элизия тураһында төшөнсә.Миҫалдар килтерегеҙ.

3. Ашау һүҙенә синонимдар килтерегеҙ.Уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәрен асыҡлағыҙ.

4 . Бирелгән һүҙҙәргә антонимдар яҙыгыҙ:бейек,оҙон,яҡшы,көлә,йүгерә,аҙ,көн.

5. Урлау мәғәнәһендә фразеологизмдар яҙығыҙ.

6. Ялҡынлы һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

7. Кәнсәләрҙә халыҡтың күпләп йыйылып китеүенә,бер уйлаһаң,Хәйерзаманов үҙе ғәйепле(Т.Килмөхәмәтов) һөйләмендә ҡылымдарҙы табырға,морфологик анализ яһарға.

8. Ниндәй һөйләмдәр теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тип атала?

9. Аштан һуң ҡунаҡтарҙың ҡулдарын тағы ла йылы һыу менән йыуҙырҙылар. Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ, схемаһын төҙөгөҙ.

10. Эйе ҡала тормошоноң еңеллектәре күп утын-бесән әҙерләйһе юҡ мал ҡарайһы юҡ.(Ә.Әминев) һөйләмендә тыныш билдәләрен ҡуйып яҙығыҙ.

11. Ниндәй боронғо төрки яҙма әҙәби ҡомартҡыларҙы беләһегеҙ?

12. Кем ул Ризаитдин Фәхретдинов? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

13. Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Салауат батыр”әҫәре ниндәй жанрға ҡарай?

14. Түбәндә килтерелгән өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?

Кил әле һин,иптәш! Бир һин миңә

Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды.

Янған йөрәк менән ысын, ихлас

Тәбрик итәм иҙге юлыңды.

15. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларын атағыҙ.

16. Ш.Бабичтың халыҡ араһында листовка формаһында таратылған әҫәрен атағыҙ.

17. Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол “драмаһының төп темаһын асыҡлағыҙ.

18. Д.Юлтыйҙың “Ҡан “ романында ниндәй осор һүрәтләнә.Геройҙарын һанап китегеҙ.

19. Драма төшөнсәһен асыҡлағыҙ.

20. Дуҫлыҡ тураһында 5 мәҡәл яҙығыҙ.

11 класс

1.Иренләшкән һуҙынҡылар.Улар ялғауҙарҙа ниндәй тел закондарына буйһоналар? Миҫалдар яҙығыҙ.

2. Ниндәй һүҙҙәр омоним тип атала? Омоним һүҙҙәрҙә интонацияның һәм баҫымдың ролен аңлатығыҙ.

3. Үҙ аллы мәғәнәгә эйә булған һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен яҙығыҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.

4. Нефть Һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.

5. Нимә ул диалектизм? Башҡорт теленең нисә диалекты бар? Миҫалдар килтерегеҙ.

6. Муйындан эшкә сумды нығынған һүҙбәйләнешен нисек аңлайһығыҙ?

7. Рәүеш менән сифат һүҙ төркөмдәренең айырмалы яҡтарын билдәләгеҙ.

8. Донъям һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

9. Бейегерәк күтәрелә барған һайын бөркөт ерҙәге хәрәкәтте анығыраҡ күрә. Аҫтына һыҙылған һүҙгә морфологик анализ яһағыҙ.

10. Эйәрсән һөйләмде табып,уның төрөн билдәләгеҙ: Бәхәскә йола шулай(?) фекер алышҡанда кемдең кем булыуы менән иҫәпләшмәйҙәр.(Ә.Чаныш). Һорау урынында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылырға тейеш?

11. З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында ҡайһы йылдарҙағы тарихи ваҡиғалар һүрәтләнә?

12. Н.Нәжми ҡайҙа, нисәнсе йылда тыуған һәм вафат булған?

13. Ғаилә,бала проблемаһы күтәрелгән поэма.Поэмала Әшрәфлекте фашлау,Сәйҙел менән Зәйнәп образдары урын алған.Поэманың исемен  һәм авторын яҙығыҙ.

14. “Ырғыҙ” романының авторы кем? Романдың төп геройҙарын һәм темаһын билдәләгеҙ.

15. Поэма төшөнсәһен  асыҡлағыҙ.

16. М.Кәримдең һуғыш темаһына арналған ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

17. М. Кәримдең ниндәй трагедияларын беләһегеҙ?

18. Драма жанры трагедия һәм комедия жанрҙарынан ниндәй һыҙаттары менән айырыла?

19. Түбәндәге өҙөк ҡайһы шағирҙың ниндәй әҫәренән алынған?

...Тимер ярсыҡ-яра төбөндә.

Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә,

Әйтерһең,ҡарт гонаһ эйәһе

Әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә...

20. Р.Ғарипов ҡасан, ҡайҙа тыуған, урта һәм юғары белемде ниндәй уҡыу йорттарында алған? Ул әҙәбиәттең ниндәй төрөндә эшләй?

 

 

 

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Поиск
Вход на сайт

Copyright MyCorp © 2024
Сайт создан в системе uCoz