Вторник, 19.03.2024, 12:59
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Усаева Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының сайты


Главная Мой профиль Выход

Вход
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Тынғыһыҙ каникулдар

Ҡәҙерле уҡыусылар!

Ҡышҡы каникулдар бөткәнсе минең шәхси электрон почтаға (usaeva.ramziya@yandex.ru) яуаптарығыҙҙы ебәрегеҙ.

 Башҡорт теленән

һорауҙар (7 класс)

  1. Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә антонимдар уйлап яҙығыҙ.

Ҙур -                                                      килә -

Бейек –                                                  йүгерә -

Оҙон –                                                    юғары -

Эҫе -                                                       ҡаты -                                               

  1. Бирелгән исемдәргә тура килгән ҡылымдар өҫтәп яҙығыҙ.

 

Ел

Үлән

Балыҡ

Машина

Һарыҡ

Эт

      3. “Ҡыш”  темаһы буйынса ике һөйләм уйлап яҙығыҙ.

  1. Диалогты дауам итегеҙ.
  • Марат, бөгөн дәрестән һуң нимә эшләйһең?
  1. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.
  1. Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.
  2. Беҙҙең ауыл Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан.
  3. Айрат 7-се класта уҡый.

8. Уҡтар ярҙамында шағирҙарҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ.

М.Кәрим                                 “Башҡорт теле”

З.Биишева                              “Көҙҙәр еткәс”

К.Кинйәбулатова                     “Уҡытыусыма”

9. Ҡош исемдәрен тәржемә итегеҙ.

Ҡарға –

Күгәрсен –

Һандуғас –

Кәкүк -

Башҡорт теленән тәржемә өсөнтекст (7 класс)

Көҙгө урман ниндәйһоҡландырғысикәнул! Юғарынан ҡарағанда, әйтерһең, ер өҫтөнә оҫта ҡулдар эшләгән сағыу биҙәкле ҙур кейеҙ түшәлгән. Ҡарағайҙар, йәйге төҫтәрен юғалтып, асыҡ йәшел төҫкә ингәндәр. Ҡайын япраҡтары һары, ә уҫаҡ, саған, муйыляпраҡтарыҡыҙғылталһыу буяуға мансылған. Мәғрур имәндәр ҡырау­ҙарға һаман бирешмәгән әле — йәшел шәлдәрен һалмағандар. Йүкәлектәр ҡара көрән төҫтә күренә, уларҙың япраҡтарыиртәрәкҡойолашул. (Н. Му­син.)

  8 класс

  1. Тейешле сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.

Аҡбур аҡ, ә күмер …

Лимон әсе, ә бал …

Йәй көнө көндәр ҡоро, ә көҙ көнө …

Тейен бәләкәй, ә айыу …

  1. Тән ағзаларының атамаларын яҙығыҙ.
  2. Исемдәргә ялғау ҡушылғанда хата ебәрелгән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙығыҙ.
  1. Йодоҙҙар, болоттар, уйынсыҡлар, баҡсалар;
  2. Клоундар, тауҙар, ҡуянлар, уттар.
  1. Башҡортостан Республикаһындағы 5 йылға  исемен яҙығыҙ.
    1.  
    2.  
    3.  
    4.  
    5.  
  1. Башҡортостан Республикаһының флагы ниндәй төҫтәрҙә һәм төҫтәр ниндәй тәртиптә  (последовательности)  урынлашҡан?
  2. Мостай Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? Уның ике әҫәренең атамаһын яҙығыҙ.
  3. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең аңлатмаһын яҙығыҙ.

Бүрәнә аша бүре күреү –

Кәкре ҡайынға терәтеү –

Башы күккә тейеү -

  1. Яттан белгән шиғырыңдың бер куплетын һәм авторын яҙ.

Башҡорттеленәнтәржемәөсөнтекст (8 класс)

Ҡурай

Ҡурай – сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Белмәгән ҡайһы бер кешеләр ҡурайҙы ҡамыш тип атап ныҡ яңылыша.Ҡурайҙың бейеклеге 120-170 см. Ҡурай Урал тауының төньяғынан көньяҡ сиктәренә тиклем үҫә. Әйтергә кәрәк, ҡурай, Уралдан тыш, Алтай, Саян тауҙарында һәм Яҡут-Сахала үҫә, ә музыка ҡоралы булараҡ тик башҡорттарҙа ғына таралған. Был, әлбиттә, быуаттар төпкөлөндә ҡалған ғәжәп бер сер.

Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Бигерәк тә дымға байыраҡ үҙән урындарҙы  хуп  күрә. Ундай урындарҙа  ҡурай  йоҡараҡ, ә кипкәс яңғырауыҡлыраҡ була.   

                                                                                            (С. Йәһүҙиндан)

 (9 класс)

  1. Мәғәнәләре буйынса ҡушма һүҙҙәр табып яҙығыҙ.
  1. Алма бирә торған ағас.  …
  2. Күлдә йәшәүсе аҡ төҫтәге күсмә ҡош. ….
  3. Өҫтәлгә япма. ….
  1. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.
  2. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙығыҙ.
  1. Эш оҫтанан …
  2. Күл тамсынан …
  3. Аҙ һөйлә, күп …
  1. Йылға, күлдәр ниндәй районда урынлашҡан? Уҡ менән күрһәтегеҙ.

Асылыкүл                                      Дәүләкән

Кандракүл                                      Мәләүез

Эйек                                               Туймазы

Йүрәҙән                                          Күгәрсен

Нөгөш                                             Салауат

Һаҡмар                                           Баймаҡ

  1. Буш шаҡмаҡтарға тейешле хәрефтәрҙе яҙығыҙ.

б

ы

 

 

л

б

 

й

 

к

ҡ

ы

 

 

ҡ

т

е

 

 

н

 

 

л

ғ

а

м

у

 

 

л

  1. Үҙегеҙҙең дуҫығыҙ тураһында 5 һөйләм яҙығыҙ.
  2.  “Уҡытыусыма” шиғырының авторы кем?
  3. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.
  1. Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.
  2. Башҡортостандағы иң ҙур күл – Асылыкүл.
  3. Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.         

Башҡорт теленән тәржемә өсөн  текст (9 класс)

         Үҙ тыуған яғығыҙҙы өйрәнегеҙ, яратығыҙ!

         Беҙҙең Тыуған илебеҙҙең тәбиғәте бик матур. Унда төрлө –төрлө хайуандар һәм үҫемлектәр бик күп. Китаптарҙан һәм уҡытыусыларҙың һөйләүенән, һеҙ Каспий диңгеҙендә ниндәй балыҡтар булыуын, Себерҙә ниндәй ағастар үҫеүен, Урал ниндәй файҙалы ҡаҙылмаларға бай булыуын беләһегеҙ.

         Ә һеҙ, уҡыусылар, үҙ тыуған яғығыҙҙы беләһегеҙме? Һеҙ йәшәгән яҡтарҙың урмандарында ниндәй хайуандар һәм ҡоштар барлығын, унда ниндәй ағастар үҫеүен, күл һәм йылғаларҙа ниндәй балыҡтар йөҙөүен беләһегеҙме? Һеҙҙең тыуған яғығыҙҙа ниндәй үҫемлектәр үҫеүен билдәлеме? “Үҙегеҙҙең тыуған яғығыҙҙы яратығыҙ! Үҙегеҙҙең тирә-яғығыҙҙағы  тәбиғәтен күҙәтегеҙ, өйрәнегеҙ һәм һаҡлағыҙ!”

(Академик С.И.Вавиловтан)

 

           10 класс

 

  1. Яңы йыл менән ҡотлап, класташығыҙҙың электрон почтаһына ебәреү өсөн ҡотлау хаты яҙығыҙ.
  2. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.
  3. Түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә сифатбулып килгән һүҙҙәр аҫтына тулҡынлы, рәүештәраҫтынабер һыҙыҡ һыҙығыҙ.

 Яҡшы уҡый, ҡысҡырып һөйләй, матур сәскә, яҡшы китап, тырышып эшләй, тырыш уҡыусы, аҡ ҡағыҙ, матур йырлай.

  1. Тәбиғәт менән бәйле һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн буш шаҡмаҡтарҙы тултырығыҙ.

 

у

 

м

 

 

 

м

 

 

р

 

 

с

 

ә

ҡ

 

 

 

у

 

о

 

 

т

 

  1. Ҡылымдарҙы тейешле формала яҙығыҙ.

Мин ҡышты яратам…

Һин ҡышты …

Ул ҡышты…

Беҙ ҡышты …

Һеҙ ҡышты …

Улар ҡышты …

  1. Үҙегеҙҙең ҡасан, ҡайҙа тыуғанығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, олатай-өләсәйегеҙҙең исемен яҙығыҙ.
  2. “Кем өсөн?” шиғырының авторын яҙығыҙ.
  3. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ:
  4.  

Р.Бикбаев –

М.Аҡмулла -

9. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?

             Башҡорт теленән тәржемә өсөн текст (10 класс)

Ватаным

Ватаным минең йөрәгемдә ниндәй ҙә булһа айырым өлөштәре менән түгел, ә үҙенең бөтә киңлектәре, төҫ-буяуҙары, бөтә дәүерҙәре, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәй. Ватанды өлөштәргә, киҫәктәргә бүлеп яратыу мөмкинме һуң?

Тауҙарҙағы йәшен йәшнәүе лә, сабый бала көлөүе лә, далалағы яңғыҙ убала, республикам өҫтөндә елберләгән өс төҫлө байраҡ та – улар бөтәһе лә минең Ватаным.

Ватаным тиһәк, ергә уны үҙҙәренең эш-фекере менән биҙәү өсөн килгән, был донъяла әллә күпме байлыҡтар ҡалдырып киткән ата-бабаларыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ватан тиһәк, беҙ хәтер, мөхәббәт һәм хыялды аңлайбыҙ.

Уның үткәндәре менән ғорурланам, хәсрәтләнәм дә мин, бөгөнгөһөн яратам, киләсәге тураһында тулҡынланып уйлайым. (М.Кәримдән)

 11 класс

 

  1. Ҡышҡы каникулдар етеп килә. Иптәшегеҙҙән ҡайҙа ял итеүен һәм нимәләр эшләүе тураһында белеү өсөн һорауҙар яҙығыҙ.
  2. Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ.

Мин алыҫ сәйәхәттән ҡайтып киләм.

  1. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.
  2. Күренекле шәхестәр исемлеге араһынан һәр төркөмгә тура килгән исемдәрҙе һайлап алып яҙығыҙ.

Тимер Йосопов, Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Рәшит Нурмөхәмәтов, Рәми Ғарипов, Муса Гәрәев, Әхмәт Лутфуллин, Роберт Заһретдинов, Шайморатов Генерал, Арыҫлан Мөбәрәков,  Даян Мурзин, Ноғман Мусин, Александр Филиппов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Светлана Арғынбаева, Владислав Меос, Абдулхаҡ Игебаев, Илдар Абдразаҡов,  Ҡәҙим Аралбаев, Сергей Аксаков.

Яҙыусылар –

Сәнғәт оҫталары –

Рәссамдар –

Батырҙар –

  1. Башҡортостандағы халыҡ яҙыусыларының исемдәрен һәм уларҙың берәҫәренең исемен яҙығыҙ.
  2. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырының авторы кем? Шиғыр нимә тураһында? Яҙығыҙ.
  3. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ.
  4. Башҡортостанда Республикаһында ниндәй газета, журналдар сыға һәм ниндәй телдә?
  5. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?  Һеҙ ниндәй сараларҙа ҡатнаштығыҙ?

 

  Башҡорт  теленән тәржемә өсөн текст (11 класс)

Башҡортостан

Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, бер ил үҙенең далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостанда шуларҙың барыһы ла бар.

Урал... Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма-таҫма булып һуҙылған тау юлдары килеп баҫа.

Урал... Унан көс алып, урау-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы Ағиҙелебеҙ, тынғыһыҙ, етеҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ашыға.

Уралдың йөрәгенә күҙ һалайыҡ. Ниндәй генә хазиналар юҡ унда! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер...

Шуларҙың бөтәһе лә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бит. (М.Кәрим)

 

Ҡәҙерле уҡыусылар!

Көҙгө каникулдар бөткәнсе минең шәхси электрон почтаға (usaeva.ramziya@yandex.ru) яуаптарығыҙҙы ебәрегеҙ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән  һорауҙар

7 класс

  1. “Хеҙмәт”  һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

  2. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Миҫалдар килтерегеҙ.

  3. Түбәндәге һүҙҙәрҙе төбәү килештә яҙығыҙ: повесть, Октябрьский, февраль, грипп, нефть.

  4. Һөйләмдәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең төҙөлөшөн өйрәнә торған фән … тип атала.

  5. Ҡыш килде һөйләмен тарҡау һөйләмгә әйләндерегеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.

  6. Нимә ул тарихи хикәйә?

  7. Бөйөк Ватан һуғышы геройы Александр Матросов яҙмышы ниндәй әҫәрҙә тасуирланған? Авторын яҙығыҙ.

  8. “Любизар” йыры ниндәй тарихи ваҡиғалар менән бәйле?                  

  9. Кемдәр улар?

Фәрит Иҙрисов  –

Муса Мортазин –

Рәшиҙә Туйсина -

  1. Б.Рафиҡовтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған әҫәрен атағыҙ.

8 класс

  1. Ҡоштар һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

  2. Өйкөмөн, ваҡытындағы  һүҙҙәрендә ниндәй ялғауҙар бар?

  3. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ: балтаһы һыуға төшөү, эт һуғарыу, теле телгә йоҡмай, кәкре ҡайынға терәтеү, туҙға яҙмағанды һөйләү.

  4. Хәбәр һөйкәлешенең ниндәй замандары бар? Миҫалдар килтерегеҙ.

  5. Түбәндәге һөйләмдә ниндәй хаталар ебәрелгән: Тырышыуыма ҡарамаҫтан мәсъәләне сисә алманым. Хаталарҙы төҙәтегеҙ, һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.

  6. Геройҙарының береһе Ҡонҡас сәсән булған күренекле әҫәрҙе, уның авторын атағыҙ.

  7. Легенда менән риүәйәттең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын яҙығыҙ.

  8. М.Кәримдең ниндәй драма әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

  9. “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” картиналарының авторын яҙығыҙ.

  10. Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһында башҡорт халыҡ ижадының ниндәй жанрҙары файҙаланылған?

9 класс

  1. Тәҙрә төбөн гөлдәр биҙәй. Мәктәпте тамамлағас, Гөлдәр БДУ-ға уҡырға инде. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? Улар тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?

  2. Тәҡдим ителгән текст ниндәй стилгә ҡарай:

Рельеф – ер өҫтө формаларының төрлө һыҙатланышы, күләме, сығышы, йәше һәм үҫеше буйынса йыйылмаһы. Ул йыйылма ерҙең ҡалҡыулыҡтарынан һәм уяларынан барлыҡҡа килә. Ул тауҙар системаһынан, тигеҙлектәрҙән, океандарҙағы түбәнлектәрҙән, һырттарҙан, тау араларындағы уяҙҙарҙан, ҡырлаларҙан, уйпаттарҙан, ҡалҡыулыҡтарҙан, йырындарҙан һәм үҙәндәрҙән тора.

 

  1. Күңелдәргә ап-аҡ нур тулһын тип,

Кешеләрем, һеҙгә өндәшәм (Й.Солтанов.) – шиғыр юлдарынан алмашты табып, уға морфологик анализ яһағыҙ.

  1. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ: Үҙэшмәкәрлек халыҡ ижадын үҫтереүҙә төп таяныс булһын тип, тырышып, илһамланып эшләү – дөрөҫ йүнәлеш.

  2. [ (  ) ] схемаһына яршалы һөйләм төҙөгөҙ.

  3. Түбәндәге шиғри өҙөктән сағыштырыу  һәм метафораға  миҫалдар табып яҙығыҙ.

Гәүһәр шикелле таштары,

Тупрағы алтын ғына.

Тауҙары, еңгән батырҙай,

Маһайып баҫып тора.

  1. “Кеше күңелендәге моңдо көйгә һалыр өсөн бер ҡыллы уйын ҡоралы” – думбыра уйлап табыусы геройҙың исемен, ҡайһы әҫәрҙән икәнлеген әйтегеҙ.

  2. Түбәндәге дүрт юллыҡ ҡайһы әҫәрҙән алынған?

Донъяла мәңге ҡалыр эш –

Донъяны матур төҙөгән,

Бағты мәңге биҙәгән –

Ул да булһа яҡшылыҡ.

  1. Әҫәрҙәрҙең жанрын билдәләгеҙ:

“Ҡытай-город” –

“Иҙеүкәй менән Мораҙым” –

“Ҡыңғырау” –

“Ҡаһым түрә” –

  1. Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар өсөн ниндәй премиялар булдырылған?

10 класс

  1. Әҙәби телдең билдәләрен һанап сығығыҙ.

  2.  Әгәр һуҙынҡы өн һүҙ башындағы ике тартынҡы өндөң араһына ҡуйылһа, был күренеш … тип атала. Мәҫәлән, …

  3. Метонимия күренешенә миҫалдар килтерегеҙ.

  4. Һандуғастың йыры бик моңло. Һөйләмдә билдәләнгән һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән? Уға морфологик анализ яһағыҙ.

  5. Был турала һүҙ булғаны юҡ, ләкин әсә һиҙенә: егет күңеле елкенә, ҡайҙалыр сит яҡтарға ынтыла  һөйләмендәге тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.

  6. Д.Юлтыйҙың “Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә” шиғырының идея-тематикаһы нимәнән  ғибәрәт?

  7. Түбәндәге өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

  1. Автор теле менән персонаждар теленә билдәләмә бирегеҙ.

  2. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында ниндәй әҙиптәр тураһында фекерҙәр әйтелә? Ҡыҫҡаса яҙығыҙ.

  3. Үткән быуаттың 20-се йылдарында башҡорт драматургияһында музыкаль комедия   жанрына нигеҙ һалына. Уның тыуыуы кемдең ниндәй әҫәре менән бәйле?

11 класс

  1. Һүҙҙең тамырына яһаусы ялғауҙар ҡушылыу, бер нисә тамырҙың бер ҡушма һүҙгә ойошоуы нигеҙендә яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү ысулы … тип атала.

  2. Саманан тыш көсөлө итеп һүрәтләү нисек атала? Ундай һүрәтләү ниндәй жанр әҫәрҙәрҙә йыш осрай? Миҫалдар килтерегеҙ.

  3. Түбәндәге ҡылымдарҙан ҡайтым йүнәлеше формаларын яһағыҙ: ҡысҡыр, күр, ал, йыу, һөйлә.

  4. Саҡырылды  һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

  5. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ:Ҡарҙар иреп, ерҙәр кипкәс кенә, тынып ҡала ярһыу йылғалар.

  6. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған Башҡортостандың халыҡ   яҙыусыһының исемен атағыҙ.

  7. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.

  8. М.Кәримдең халыҡ-ара тематиканы яҡтыртыусы шиғри циклдарын һанап сығығыҙ.

  9. Түбәндә бирелгән өҙөк кемдең ҡайһы әҫәренән алынған?

Башҡортостан,

Һине аңлау өсөн

Далаларың кеүек киң күңелле,

Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,

Урмандарың кеүек мең балҡышлы,

Ҡаяларың кеүек бейек, серле

Булыу кәрәк,

Ерем – Башҡортостан!

  1.  Назар Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре кемгә бағышланған?

 Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән инша темалары:

 

7класс

  1. Йырҙарҙа – ил тарихы.
  2. Абдулхаҡ Игебаев ижадында илһөйәрлек темаһының сағылышы.
  3. Минең яратҡан әҙәби геройым.
  1. класс
  1. Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, әй китап, баҡһам һиңә,

Ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә! (Ш.Бабич.)

  1. “Ер” поэмаһында халыҡ һәм тыуған ер образдарының сағылышы.
  2. Әсәм теле – сәсән теле.
  1. класс
  1. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
  2. Ҡобайырҙарҙа тыуған илде һөйөү һәм азатлыҡ өсөн көрәш темаларының сағылышы.
  3. Сәсән һүҙе – аҡылдың үҙе.
  4. Халҡыбыҙ ҡаһарманлығы. (Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата.)
  1. класс
  1. М.Буранғол әҫәрҙәрендә халыҡ ижады традицияларының сағылышы.
  2. Д.Юлтыйҙың “Ҡан” романында империалистик һуғышты фашлау.
  3. Аҡмулла –яҡтылыҡ йырсыһы.
  4. Уралҡайым, һинең һә
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Поиск
Вход на сайт

Copyright MyCorp © 2024
Сайт создан в системе uCoz