Вторник, 19.03.2024, 06:13
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Усаева Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының сайты


Главная Мой профиль Выход

Вход
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Дәрестән тыш саралар

Йөрәк аша тамған уйҙар тамсыһы.(Назар Нәжмиҙең тормош һәм ижад юлына бағышланған әҙәби- музыкаль кисә)

Кластaн тыш сараға презентация

Маҡсат:

1.Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу кисәһе үткәреү.

2.Шиғырҙарын тасуири уҡыу, йырҙарын башҡарыу, драма әҫәренең өҙөгөн сәхнәләштереү.

3. Тыуған илгә, туған телгә, тыуған яҡҡа, шағирҙың ижадына мөхәббәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

Назар Нәжмиҙең тормош юлы буйынса презентация,шиғырҙарына музыкаль фон алыу, компьютер, медиапроектор, экран, йырҙары, китаптар күргәҙмәһе.

Кисә барышы

Хәйерле көн ҡәҙерле  дуҫтар! Хөрмәтле уҡытыусылар һәм балалар! Килгән ҡунаҡтар! Бөгөнгө концерт кисәбеҙҙе  Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 95 йыллығына бағышлайбыҙ. Ул  Рәсәйҙең Горький исемендәге, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге  дәүләт премияларына лайыҡ булған.

(Тыуған ауылым шиғырынан)

Илдәр күрҙем...Ләкин, ил-төйәгем,

Һинең менән икән беҙ оҡшаш.

Мин бер йырсың... Һин үҙең дә йырсы,

Йырҙарымда ләкин һин остаз.

“Назар Нәжми сафтың артында ла, уртаһында ла түгел. Ул –башҡорт лириктары сафының бер командиры. Ә командирҙың урыны марш ваҡытында ҡайҙа икәнен һәр кем белә. Ул сафтан саҡ ҡына алдараҡ бара.Әҙәбиәткә һәр кем үҙенсә килә.Ғайса Хөсәйенов әйткәндәй, “бәғзеләр”, бер, ике, хатта өс китап сығарып та, үҙҙәрен шағир итеп таныта алмай яфалана. Уҡыусы йәш шағирҙың өлгөрөүен, уның үҙ тауыш табыуын сабырлыҡ менән көтә. Назар Нәжми уҡыусының сабырлығы менән шаярманы. Уның тәүге  китабы “Тамсылар” беҙҙең поэзиябыҙға тамсылар булып тамып ҡына түгел, яңы шишмә булып урғылды. Шуны ла әйтергә кәрәк, шағир үҙенең тәүге  китабын сығарырға ашыҡманы. “Ниңә  тәүге китабыңды ҡалыныраҡ сығарманың?” -  тип әйткәс, шағир  былай тип яуапбирҙе: “Күнекмәләр китап өсөн эшләнмәй, ижад өсөн эшләнә” – тип яҙҙы  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уның ижады тураһында.

Шиғыр “Ҡапҡа”

Асылһа ла ҡабат, ябылһа ла,

Ҡапҡа ҡапҡа инде бөгөн дә.

Ләкин мин барыбер ҡапҡа асыусы

Малай булып ҡалам ғүмергә.

Ҡапҡа асыусы... Ләкин асыҡ ине

Бөтә ҡапҡалары ҡаланың.

Хәҙер инде китап битен асһам,

Ҡапҡа асыу итеп һананым.

Шул биттәргә һеңеп ҡалды кеүек

Йәшлек йылдарымдың һәр көнө.

Ҡайҙан алынған һуң ул ут, ул көс,

Ә йөрәктә бөтмәҫ дәрт ине.

Ҡулдарымда ине минең асҡыс

Түгел ине көмөш, алтындан.

Ул ҡойолған теләк, дәрт, өмөттән,

Ул ҡойолған аҡыл, ялҡындан.

Йылдар буйы  астым шуның менән

Ауыр ҡапҡаларын белемдең.

Асҡан һайын донъя шундай серле,

Шундай матур булып күренде.

Назар Нәжми поэзияһының көсө һәм тәбиғәте – йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәренең һәм хистәренең йөрәктәргә үтмәле тәбиғилегендә һәм фекер, уй-тойғо ҡеүәте менән арбауында, уларҙың Нәжмисә моңло яңғырашында.

Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918  йылдың 5 февралендә Дүртөйле районының Миңеште ауылында тыуа.

(Атай йорто, Валиев Камил)

Тәүге һулыш, тәүге илау,

Әсәйемдең күкрәк һөтө,

Тәпәш  бер өй, һалам түбә,

Усаҡ уты, зәңгәр төтөн-

Атай йорто, атай йорто.

Тәүге аҙым, тәүге юлдар,

Әсәйемдең ҡараштары...

Бар донъяны иңләр-буйлар

Күңелемдең ҡанаттары-

Атай йорто,атай йорто.

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла-

Әсәйемдең күҙ йәштәре.

Сит ерҙәрҙән ҡайтыр яҡҡа

Йөрәгемде етәкләне

Атай йорто,атай йорто.

Һуңғы һулыш- ғүмерҙәрҙең

Ситләп үтмәҫ бер минуты.

Мәңге ҡала күкрәк һөтө,

Янып ҡала усаҡ уты-

Атай йорто,атай йорто.

Башта ете йыллыҡ мәктәптә, шунан Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылды К. А. Тимерязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышыбашланыу менән  Ватанын һаҡлар өсөн һуғышҡа китә. Йәшлек хыялдарыселпәрәмә килә, ғүмер ағышы икенсе яҡҡа боролош алып китә.

Эй, ғәмһеҙлек! Йырлап йөрөлһә лә,

Килмәне ул һуғыш йыр булып.

Селпәрәмә килде күпме хыял,

Күпме ғүмер осто көл булып.

Шул дәһшәттә мин дә, тыуған ерем,

Ҡалманым да, буғай хур булып.

Ғүмерем менән, бар йәшлегем менән,

Бар барлығым менән һаҡланым.

Батырҙар йыры 8 а класс егеттәре башҡарыуында.

Лев Аннинский хәтирәләре буйынса “Миңә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты, еңеүсе, үлемдең боҙло тынынан һуң тыуған еренең йылыһын тойған шағир Назар Нәжмиҙең тормош һәм ижад тәжрибәһе сикһеҙ ҡиммәт. Нәжми шиғриәте – яу һәм тыныслыҡ сигендә.

Тарихи бурысының ҡәтғилеген тойоп, кеше һалдатҡа әйләнә һәм күңелендә тимер ҡатылығын да, изгелекте лә бергә йөрөтә”.

Иҫән ҡалһам(Ситдиҡов Алмаз).

Иҫән ҡалһам,һиңә генә ҡайтам,

Һиңә генә ҡайтам,Уралым.

Үтте йылдар, бигерәк һағындым шул,

Һағындым шул Иҙел буйҙарын.

Иҫән ҡалһам,һиңә генә ҡайтам,

Минең Өфөм – ғүмерем хыялы!

Һәр ташыңды хатта ҡосор инем,

Тауыңдан мин менһәм юғары.

Иҫән ҡалһам, алыҫ тыуған ауылым,

Ҡайтыр инем һиңә ҡунаҡҡа.

Һеҙҙән йырлап мин бер үтер инем,

Бала саҡта йөрөгән һуҡмаҡтар!

Иҫән ҡалһам, әсәй, яныңа ҡайтам,

Минһеҙ үткән ғүмерең онотолор.

Һуғыштарҙа ниҙәр күргәнемде

Мин һөйләрмен кистәр ултырып...

Иҫән ҡалһам,  мин биҙәргә ҡайтам

Тыуған ҡырҙарымды яңынан.

Ҡырҙар көтә ... Һәм шуға ла бөгөн

Мин уларҙы  өҙөлөп һағынам.

Иҫән ҡалһам, туй яһарға ҡайтам.

(Ахыры, иркәм, күберәк көттөрҙөм.)

Дуҫтар ҡайтыр... Ауырлығы бөтөр

Окоптарҙа үткән ғүмерҙең...

Тыуған ил һәм хеҙмәт көткән өсөн,

Оҙаҡ көткән өсөн матурым,

Иҫән ҡалмау миңә мөмкин түгел,

Мөмкин түгел- мин һау ҡайтырмын!

Һуғыш ерҙәренән ҡайтҡас, фронтташ дуҫтарын иҫкә алып, тыуған яғына, ауылына һағышын шиғырҙарында асып бирә.

Тау буйҙары ҡояшлы бер баҡса,

Йүкәләрҙән тама балдары.

Аҙым һайын шишмә... Имәнлектәр...

Зәңгәр күлдәр... Бөҙрә талдары.

Күлдәрендә аҡҡош... Төбәктәре

Яҙын – йыуа, йәйен – еләк бит!

Болон аша Ағиҙелгә сыҡһаң,

Башҡа мөғжизәләр кәрәкме?

«Беҙҙең  ауыл» шиғырын Ғәниева Эльза башҡара

Һеҙ ҡайҙан, тип һораһағыҙ,

Беҙҙең ауыл – Миңеште.

Иллә- мәгәр Миңештегә

Донъя бигерәк килеште.

Беҙҙең ауылда игендәр

Комбайндарҙы күмә:

Йәше,ҡарты намыҫ менән

Хеҙмәт иткәнгә күрә.

Егеттәрҙең етеҙҙәре

Беҙҙең ауылда ғына.

Ҡыҙҙарҙың иң уңғандары

Улар янында ғына.

Беҙҙә тыуып үҫкәндәрҙең

Киң була күңелдәре.

Матур ҙа, уңған да була

Миңеште килендәре.

Беҙҙең ауылдың һыуҙарын

Эсмәҫ ерҙән эсерһең.

Беҙҙең ауылдың ҡыҙҙарын

Һөймәҫ ерҙән һөйөрһөң.

Беҙҙең ауыл ҡайғы белмәй,

Ҡайғы төшһә, баш эймәй,

Үҙе йәмле, ашы тәмле,

Килһәң , китәһең килмәй.

Маҡтана, тип уйламағыҙ,

Йырҙар йырлағанда ла.

Маҡтанмайбыҙ, маҡтанырға

Урыны булғанда ла.

Шунда ғына кеүек ҡоштарҙың да

Һайрағаны мең-мең көйҙәргә.

Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем,

Әгәр тыуһам башҡа ерҙәрҙә.

Н. Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Тыуған яғыма” йыры буйынса ҡуйылған  вальс бейеүен6а класс уҡыусылары тәҡдим итә.

Тыуған иленә, еренә  булған мөхәббәте шағирҙың патриотик рух менән һуғарылған ижадында урын таба.Һәр шиғыры үҙ  юлын табып сихри моңо, тауышы менән ағыла.

Ниндәй юл  ул? Тамырҙарын

Кемдәр юллап тапҡан уның?

 О, һин ижад! Ҡайҙа һинең

Һәр бер нурың, төҫөң, моңоң?

Яҙ !Яҙ! – тиҙәр.

Ҡайҙа барма – ерҙә яҙ һулышы...

«Яҙ!Яҙ!»- тиҙәр ҡырҙар, урмандар.

«Яҙ!»-тип, улар бөгөн матурланып,

Гел йәшелдән кейенеп торғандар.

«Яҙ!Яҙ!»- тиҙәр бөтә һайрар ҡоштар

Тәбиғәттең сихри телендә.

Ҡоштар! Ҡоштар! Һеҙҙе һайратырлыҡ

Яҙғым килмәйме ни минең дә?!

«Яҙ!Яҙ!»- тиҙәр, ә мин: «Яҙам!»-тимен,

«Яҙам!»- тимен урман, ҡырҙарға.

«Яҙам!»- тимен шиғыр һөйгәндәргә,

 «Яҙам!Яҙам!»- тимен ҡоштарға.

Яҙҙың күрке икән нурҙарҙа,

Күңел күрке икән  йырҙарҙа.

Тыуған яғы шағир өсөн шиғриәт шишмәһе, мәңге һүрелмәҫ илһам сығанағы. Шағирға тыуған яҡтың һәр төбәге яҡын . Уның шиғырҙары тәрән мәғәнәле, эскерһеҙ, күңелгә үтеп кереүсән.

Юҡҡа ғына түгелдер, Назар Нәжмиҙең бик күп шиғырҙарына башҡорт композиторҙары көй яҙған: Заһир Исмәғилев, Шамил Көлбарисов, Роберт Ғәзизов, Рим Хәсәнов, Нуриман Сабитов .  Бик күп кенә йырҙары иң популяр йырҙар булып киткән.

Йырҙары бер ҡасан да күңел баҡсабыҙҙы шиңдермәйенсә  тәбиғәттең матурлығын, нурын яҡтырта алыусы булып ҡала.

Быйыл тағы шаулап япраҡ ярҙы

Урамдарҙа йәп-йәш йүкәләр.

Тыуған ҡалабыҙҙың шау-шыуында

Улар ниндәй тыныс үҫәләр!

Өфө йүкәләре йыры

Бәхеткә лә, рәхәткә лә микән

Әллә кеше бик тиҙ күнегә –

Тауҙай шатлыҡ беленмәй ҙә кеүек,

 Бер түңгәктәй ҡайғым күренә.

 Мөхәббәт лирикаһы кешенең эске күңел кисерештәрен тетрәндерерлек  итеп яңғырай.

Һин ғүмер ағыштарым (Ильнара 8б)

Атаһының гармун уйнағанын тыңлап, әсәһенең йылы һүҙҙәрен ишетеп үҫкән Назар Нәжми үҙе лә өҙҙөрөп гармунда уйнарға яратҡан.

Гармунсы тигән дан

Һүнер тип торманылар,

Гармунсыны йырға ҡушып

Егеттәр йырланылар.

Гармунсы шиғырын башҡарыу.(Саҙертдинов Айнур)

Ҡулдарыма алһам һине,

Билдәрең бөгөлмәле.

Бер һыҙҙырыу менән моңоң

Күңелгә түгелмәле.

Биш йәшлек сағымдың бармаҡ

Эҙҙәре телдәреңдә.

Тәү уйнаған көйҙәр сыңы

Һаман да йөрәгемдә.

Моңоңда- тыуған еремдең 

Ҡояшлы тарафтары,

Ағайҙарымдың йәшлеге,

Әсәйем ҡараштары.

Йәшлектәр ҙә, ҡараштар ҙа

Һүнделәр инде күптән.

Ә һиндә һаман шул уҡ моң,

Тик уйнаусылар бүтән.

Юҡ һиндә һис ялған тауыш,-

Ҡушылып йырлайым да.

Ярай гармунсы булғанмын,

Илайым, уйнайым да.

Ижад ғүмерендә Н. Нәжми бик күп шиғырҙар, поэмалар һәм сәхнә әҫәрҙәре тыуҙырҙы. Пьесалары  М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҙур уңыш ҡаҙанды.

Донъя матур дуҫтар менән генә –

Дуҫһыҙ йәшәүсе һирәк.

Ләкин дуҫтар араһында ла дуҫты

Таба белергә кәрәк.

“Гармунсы дуҫ” драмаһынан өҙөк сәхнәләштереү (Латыпова Ильвина, Мустафин Илшат)

Бибикамал менән Билал сығып баралар. Айбикә уларҙы оҙата сыға. Билал Гөлъямал янында туҡтала.

Билал: Күрмәй ҙә торам.

Гөлъямал: Күҙҙәреңә әҙәм заты сағылырлыҡмыни?  Шатлыҡтарың эсеңә һыймай түгелме һуң?

Билал: Һыярлыҡ түгел,Гөлъямал. Һыярлыҡ түгел. Беләһеңме кем килә?

Гөлъямал: Аҙыраҡ ҡына һиҙенәм.

Билал:Афзал!

Гөлъямал: Ишеттем. Фронтташ дуҫың икәнлеген дә беләм.

Билал: Дуҫ ҡынамы һуң ул?! Дуҫ ҡынамы?!  Ул булмаһа, Гөлъямал, бына әле ошо минутта һинең янда баҫып тора алыр инемме һуң? Һинең күҙҙәреңә ҡарай алмаҫ инем. Ул! Ул бит! Мине һыу төбөнән табып, тартып сығарған да – ул! Ушыма килтергән дә – ул! Ярамды бәйләгән дә – ул!

Гөлъямал: Елкәһенә һалып, ике саҡрым алып барған да – ул! Теге донъянан алып          ҡайтҡан да – ул!

Билал: Ҡайҙан беләһең әле быларҙы?

Гөлъямал: Миңә нисәмә тапҡыр һөйләйһең инде?

Билал: Һөйләмэгәнмендер! Дуҫым килә! Ғүмерем килә! Яҡты донъя килә! (сыға)

Гөлъямал: (үҙ-үҙенә) Дуҫым килә... Ғүмерем килә... Яҡты донъям килә...Дуҫым килә.

Дуҫлыҡ,дуҫлыҡ йыры (Ғәлиев Радмир башҡара.)

Шиғыр һөйөселәр уның китаптарын алып, шиғырҙарын сәхнәнән һөйләнеләр.

Һин минең иң матур йырым,

Йырлайһы йырҙарым һин.

Матурлыҡты матурларға

Донъяға тыуғанһың һин.

Шиғриәт, шиғриһүҙ – илаһи төшөнсә. Шиғриәт – әҙәбиәтебеҙҙең шишмә башы. Шағир ғүмер буйына саф һыулы шишмә туҡтап тормайынса  сылтырап, йырлап аҡҡан кеүек йырлай. Назар Нәжми  ижады мул, шатлыҡлы, ҡәҙерле.

Матур була бар ер йөҙө

Нурҙарға сумһа,

Мөхәббәттең һайрарғошо йөрәккә ҡунһа.

Матурлыҡтың сиге юҡтыр,

Уның сиген тойманым мин.

Кеше матур булһынөсөн,

Матурлыҡты йырланыммин –

Шаҙра пәрей... Шаҙра пәрей

Башҡортостан! Һин икмәкле тупраҡ,

Йәшел  урман, болон, тау, дала.

Йәнһеҙгә – йән, йәмһеҙгә йәм биргән

Һин ут һәм һыу, һауа һәм дауа.

Башҡортостан ерендә тыуып ижад иткән шағирыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның шиғырҙарынан илһам, дәрт алып, йырҙарын тыңлап һәм йырлап, Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булып үҫергә яҙһын.

Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер йыры башҡарыла.

Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Поиск
Вход на сайт

Copyright MyCorp © 2024
Сайт создан в системе uCoz