Вторник, 19.03.2024, 05:06
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Усаева Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының сайты


Главная Мой профиль Выход

Вход
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Дәрес өлгөләре

Тема: М.Аҡмулла “Нәсихәттәр”

Маҡсат:

1). М. Аҡмулланың ижады һәм тормош юлы тураһында алған белемде нығытыу, системалаштырыу.

2). «Нәсихәттәр» шиғырын уҡыу, әҫәрҙең телен үҙләштереү.

3). Аҡмулла ижад йоғонтоһонда белем, мәғрифәткә ынтылыш, ғәҙеллек юғары әхлаҡи - әҙәплелек, сафлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек; экран, проектор, компьютер.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ уҡыусылар, ултырығыҙ.

    Инеш һүҙ.

    Элек-электән төрки халыҡтарында аҡыл эйәләре үҙҙәренең өгөт-нәсихәттәрен үҙ замандағы кешеләргә, киләсәк быуындарға яҙып ҡалдырыр булғандар.

Боронғо әҙәбиәттән башлап урта әҙәбиәткә тиклем беҙ һеҙҙең менән таныштыҡ. 19-сы быуат башында ла һеҙ белеүегеҙсә Р. Фәхретдинов, М.Өмөтбаев кеүек  әҙиптәр нәсихәттәр яҙып ҡалдырғандар.

  • Бөгөн тимәк беҙ һеҙҙең менән М. Аҡмулланың «Нәсихәттәр» тигән шиғыры менән танышасаҡбыҙ.
  • Беҙ һеҙҙең менән дәрестә ғәҙеллек, белем, юғары әхлаҡи - әҙәплелек, сафлыҡ тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Һәм тағы ла, һәр кеше өсөн был тормошта мәңгелек рухи ҡиммәттәр булыуын асыҡларбыҙ.

Өй эшен тикшереү.

    Шиғырҙы уҡығанға тиклем, М.Аҡмулланың биографияһын иҫкә төшөрәйек.

Ләйсән беҙгә Аҡмулла тураһында һөйләп китәсәк (слайдтар күренеп бара).

  • Рәхмәт Ләйсән, бик мауыҡтырғыс булды.

 Тест һорауҙарына яуап (экранда) бер береһенекен тикшерәләр, баһа ҡуялар.

Эштәр йыйылып алына.

Төп тема.

а) Ә хәҙер төп темаға күсәйек.

    Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, число, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

    Тимәк беҙ бөгөн Аҡмулланың «Нәсихәттәр»  шиғырын уҡыясаҡбыҙ.

    Иң башта нимә һуң ул нәсихәт билдәләп китәйек, был һүҙ ҡайһы берҙәрегеҙгә таныш түгелдер.

    Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә бына нисек итеп бирелгән (экранда сыға).

    Нәсихәт – тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән Һүҙ (дәфтәрҙәргә яҙыу).

б) Шиғыр уҡыу.

-Был шиғыр һеҙгә алдан уҡырға бирелгәйне. Ә хәҙер бергәләп уҡыйбыҙ.

Уҡытыусы уҡый.

Бер уҡыусы уҡый.

Һорау:

- Кемдең күңеленә ниндәй юлдар яҡыныраҡ?  Ни өсөн?

- Ә был шиғырҙа төп һүҙҙәр ниндәй? (уҡыусылар яуап бирәләр һәм экранда схема сыға)

Дөйөм был һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Тимәк был һүҙҙәр кешегә хас булған сифаттар.

в) Һүҙлек эше.

- Әйҙәгеҙ  әле тағы ла һүҙлеккә мөрәжәғәт итәейк (экранда слайдтар сыға).

Иман – ислам диненә булған ышаныс.

Иман – вера, религиозные убеждения.

Күңел – кешенең эске рухи донъяһы, хис – тойғоһо.

Күңел – душа.

Аҡыл – кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте.

Аҡыл – ум, интеллект.

Шөкөр – тормоштан, хәл - әхүәлдәр риза булған ҡәнәгәтлек эшсе.

Шөкөр – благодарность.

Әҙәп – яҡшы ғәҙәт, йола.

Әҙәп – вежливость, благовоспитанность.

Сабыр – ҡыйынлыҡҡа түҙеү, сыҙау һәләтлеге.

Сабыр – терпение, сдержанность.

Ихлас–саф күңелле, ысын теләкле.
Ихлас – искренний, чистосердечный.

    Һүҙлекте дәфтәрҙәргә яҙыу.

    Шиғырға анализ.

    Ә хәҙер ныҡлабыраҡ был шиғырға ҡарап китәйек.

- Был шиғыр, нисә дүртюллыҡтан тора? Ете.

Һәр ҡайһыһы тамамланған бер уй-фекерҙе белдерә. Автор бик тапҡыр мәҡәл - әйтемдәргә әйләнеп китерлек афоризмдар ҡулланған.

  • Иман – шартын өйрәнмәһә - иван, тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

(иманһыҙ кеше тигәнде аңлата).

  • Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ.

(боҙолған, тәртипһеҙ кеше, ер өҫтөндә генә түгел, аҫтында ла йөрөргә тейеш түгел).

Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр.

(Аҡылһыҙ кеше тәртипһеҙ, әҙәпһеҙ тигән мәғәнәлә бирелгән).

Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр (байлыҡҡа ҡәнәғәтләнмәү)

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп.

(Әҙәпһеҙ кешенең аллаға ышаныуы  ғәжәп булып тора).

Сабыр кеше моратын табыр)

(Сабыр кеше маҡсатына ирешер) ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ.

(ысын, саф күңелдән эш эшләмәһәң эшең килеп сыҡмаҫ).

г) Тағы ла ете нәсихәткә әйләнеп ҡайтайыҡ.  Һеҙ, уҡыусылар, ошо сифаттарҙың ҡайһыһын беренсе урынға ҡуйыр инегеҙ?  Ни өсөн?

Был шиғырҙа Аҡмулла үҙенең  ысын кеше тураһында уй-ҡараштарын билдәле бер тәртипкә һалып, дөйөмләштереп ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыллылыҡ, ихласлыҡ, кеүек сифаттарҙы уның менән айрылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай. Шуға күрә лә ул  ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур, паҡ булырға саҡыра, шул саҡта йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәр, тигеҙһеҙлектәр бөтөр, тигән фекерҙе алға ҡуя.

д) Үҙ аллы ижади эш.

- Ә хәҙер уҡыусылар Аҡмуллаға эйәреп аҙ ғына ваҡытта алдағы быуындарығыҙға нәсихәттәрегеҙҙе яҙып ҡарағыҙ.

  Йомғаҡлау.

“Яҡшы сифаттарҙы яғымлы итеп, боҙоҡлоҡто биҙҙергес итеп һүрәтләү  ҡулына ҡауырһын, бумала йәки өтөргө алған һәр намыҫлы кешенең маҡсаты бына шул булырға тейеш”, - тип яҙа үҙ заманында Д.Дидро. Аҡмулла үҙенең “Нәсихәттәр” шиғырында быны тулыһынса раҫланы.

Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен-күңелдәребеҙгә мәрхәбәтле һыу ҙа, көлөп, һүгер үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр хитап та… Киләсәктә лә шулай буласаҡ.

Аҡмулланың шәхесе халыҡ хәтерендә һаҡлана. Бының хаҡында әҫәрҙәр ижад ителеү шуны раҫлай.

Уҡыусылар Аҡмуллаға эйәреп шиғырҙар яҙа. Беҙҙең мәктәптә лә бындай уҡыусылар бар. Һеҙҙең  алдығыҙҙа 9 Г синыф уҡыусыһы Шакирова Юлиә Аҡмуллаға эйәреп яҙған шиғырын уҡып китә.

Баһалау.

Өйгә эш.  “Нәсихәттәр“ шиғырын ятларға

 

Тема:Айһылыу Йәғәфәрова.Кескәй шишмә.

Маҡсат:

1) Хикәйәнең йөкмәткеһен һәм төп фекерен аңлатыу.

2) Уҡыу күнекмәләрен, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

3) Тәбиғәткә  һоҡланыу тойғоһо  уятыу.  Һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү. Эшкә һөйөү, ярҙамсылыҡ сифатын үҫтереү.

Йыһазландырыу: дәреслек, А. Йәғәфәрованың китаптары,магнитофон, (шишмә аҡҡан тауыш); комьютер, проектор.

Дәрес барышы:

1. Ойоштороу.

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ балалар! Бөгөн беҙҙә ябай дәрес түгел.Бөгөн дәресте мин алып барасаҡмын (үҙем менән таныштырыу) һәм дәрестә ҡунаҡтар ҙа бар. Улар менән дә иҫәнләшәйек.

Слайд 1.

Ә хәҙер башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшер өсөн, фонетик күнегеүҙәр эшләп алайыҡ. Бының өсөн барыбыҙ  ҙа экранға ҡарайыҡ, һәм унда яҙылған шиғырҙы уҡыйыҡ.

  • Үҙем уҡыйым.
  • Хор менән уҡыу.
  • Бер-ике бала уҡый.

Һөтлө шишмә, Баллы шишмә

Төшә тауҙан урғылып.

Тәме-тәнгә, йәме-йәнгә

Ҡала һеңеп йыр булып.

 

Башҡорт теленә генә хас өндәре булған һүҙҙәрҙе  ҡабатлап әйтергә.

Ни өсөн беҙ был өндәрҙе өйрәнәбеҙ?

Уҡытыусы:

  • Балалар, был шиғыр нимә тураһында?
  • Һеҙҙең шишмә һыуын эскәнегеҙ бармы? Ул тәмлеме?
  • Беҙҙә шишмә бармы?

2. Маҡсат, тема менән танышыу.

Слайд 2.

Уҡытыусы: Бөгөн беҙ дәрестә шишмәләр, йылғалар, тәбиғәтте һаҡлау, уға ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләшербеҙ.   Һәм дәрестә Айһылыу  Йәғәфәрованың «Кескәй шишмә» тигән хикәйәһе менән танышырбыҙ.

Слайд 3.

Ә хәҙер ошо хикәйәнең авторының ҡыҫҡаса биографияһын һөйләп китәм.

Айһылыу Шәйхетдин ҡызы Йәғәфәрова Башҡортостандың гүзәл - Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарын тоташтырған төбәктә – Әхмәт ауылында 1948 йылдың 3 сентябрендә тыуған. Быйыл уның юбилейы – 60 йәш була. Айһылыу  Йәғәфәрова – бөтөн ғүмерен балаларға  бағышлаған. Ул 1967 йылдан башлап хаҡлы ялға киткәнсе балалар баҡсаһында эшләгән.Балаларҙы яратыу, уларҙың донъяһында йәшәү – ижадының бөтмәҫ – төкәнмәҫ сығанағы, күңеленә илһам өҫтәп тороусы булды. Ул кескәйҙәргә бағышлаған хикәйәләр,  әкиәттәр, пьесалар, шиғырҙар яҙған.

Китаптарын күрһәтеү.

(Балалар киләсәктә  буш ваҡытығыҙ булһа хикәйәләре, шиғырҙары менән танышығыҙ).

- Ә һеҙ тағы ла ниндәй әҫәрҙәре менән танышһығыҙ? Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле?

3.Төп өлөш.

Слайд 4.

Яңы темаға күсеү.

- Ә хәҙер был хикәйә менән танышабыҙ.

  1. Әҫәрҙе уҡытыусының уҡыуы.
  2. Һорауҙарға яуап.

- Был хикәйә  һеҙгә оҡшанымы?

- Ни өсөн?

- Кемдәр тураһында һүҙ бара?

3. Ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр бар?

Һүҙлек эше (экранда).

Аҡлан – урман эсендәге бәләкәй ялан; поляна.

Аҙашыу – заблудиться.

Һыуһау – һыу эске килеү; жаждать.

Үпкәләү – хәтер ҡалыу; обидеться.

Эшсән – эшләргә яратыусы; трудолюбивый.

Ялбыр – пушистый.

Кисеү – йылғаны кисеп сыға торған урын; брод.

Ҡәнәғәт – довольный.

Айран – ҡатыҡтан йәки ҡороттан яһалған эсемлек.

Дәфтәргә яҙыу.

Дәфтәргә число, теманы яҙыу, һүҙҙәр менән һөйләмдәр яҙырға.

4.  Үҙ аллы уҡыу.

5. Сылбырлы уҡыу.

6. Текст өҫтөндә эш.

Һорауҙар.

- Яҙыусы шишмәне нисек итеп һүрәтләгән?

- Был хикәйәлә шишмә тураһында нимә тип әйтелгән?

Слайд 5.

Экранға ҡарайбыҙ.

1.Һалҡын -  һыуһаған ваҡытта шишмәнең һалҡын һыуын эсәбеҙ, ер аҫтынан сыҡҡас ул һалҡын була.

2.Шифалы  -  шишмә һыуын тәмле генә түгел, унда кешенең организмына кәрәкле күп миниралдар бар.

3.Тәмле  -  өйҙәге кран һыуына ҡарағанда ла  шишмә һыуы бигерәк тә тәмле.

4.Таҙа  -  шишмә һыуы бигерәк таҙа була.

5.Саф – (прозрачный) шишмәнән аҡҡан һыу йыйылып ятҡан ерҙә бигерәк саф була, үтә күренмәле.

6.Күңелле – селтер–селтер аҡҡанға.

7.Файҙалы.

Уҡытыусы: Балалар нисек уйлайһығыҙ шишмәнең  файҙаһы бармы?

- Нимәлә файҙаһы.

- Кеше уның һыуын эсә.

- Тирә-яҡтағы үҙен уратып алған нәмәгә тормош, хәрәкәт бирә.

Үҫемлектәргә һыу һибә. Ә ниндәй үҫемлектәргә?

Текстан үҫемлектәрҙе табып әйтергә. (Ҡарағат, тал, сәскәләр, муйыл, ҡайын, бөрлөгән, ҡурай еләге, балан, мәтрүшкә).

Беҙҙә лә шишмәләр бар. Ниндәй шишмәләр? Уларҙың исемдәре нисек?

Һалҡын шишмә.

Мәктәп шишмәһе.

Тау аҫты шишмәһе.

Һеҙҙең уларҙы күргәнегеҙ бармы?

Таҙамы, һыуы тәмлеме?

Балалар, бына ниндәй шишмәләр була. Экранға ҡарағыҙ ҙа.

Слайд 6.

Шишмәләр тураһында һөйләү.

Тау шишмәһе.

Әкәмәт ҡатлы-ҡатлы таштан торған боронғо тауҙың бейек түбәһенән тоноҡ, һалҡын һыу бәреп сығып, тау киртләстәре буйынса аҫҡа табан ынтылып аға һәм, тауҙың текәлегенә ҡарап, йә бик күп бәләкәй шарлауыҡтар, йәки бер, күп тигәндә ике ҙур ағым    итеп ағып сыға.

Әгәр ҙә инде тауҙың өҫтө ташлы һәм текә булмаһа, һыу үҙенә ағыу  өсөн юл яра. Ҡайсаҡта шундай шишмә тауҙың урта бер урынынан, йыш ҡына уның итәгенән бәреп сыға.

Слайд 7.

Ер аҫтынан сыҡҡан шишмәләр.

Ләкин бөтөнләй башҡа төрлө шишмәләр ҙә бар, улар иң түбән ярҙан, һаҙлыҡлы урындарҙан бәреп сығалар ҙа, үҙҙәре янында соҡорҙар йәки һыулы бассейндар барлыҡҡа килтерәләр…

Уларҙан инештәр аға…

Уларҙың ҡайһы берәүҙәре йәшерен рәүештә ергә тәрән батып, үләндәргә һәм ҡыуаҡлыҡтарға йәшеренеп ағалар, сылтырап аҡҡан  тауыш ишетелә, ә һыуҙы таба алмайһың, яҡын килеп ҡыуаҡтарҙы йәки ҡуйы үлән япмаһын асһаң, янып торған биткә саф дымлылыҡ килеп бәрелер.

Хәҙер күп шишмәләрҙе кешеләр, матурлап ҡуялар, таҙарталар, был эш бик һәйбәт.

1.Шиғыр уҡыу.

Бөгөн беҙгә Илнар шишмә тураһында шиғыр әҙерләп килгән.

- Әйҙә, Илнар, рәхим ит!

Слайд 8.

2.Ижади эштәрен экрандан ҡарау.

Уҡытыусы:Балалар, үҙегеҙҙең ижади эштәрегеҙҙе ҡарап китәйек.

Афарин, Илнар, рәхмәт әҙерләнеп килгәнең өсөн.

Ял  минуты.

Ә хәҙер шишмәләр янына барайыҡ, шишмәләрҙең йырлауын, сылтырауын тыңлап, күҙҙәрҙе йомоп ял итәйек.

1.Ролдәргә бүлеп уҡыу.

2.Марат тураһында һәйләшеү.

  • Был хикәйәлә төп герой кем?
  • Ул һеҙгә оҡшанымы ?
  • Ниндәй сифаттары оҡшаны?
  •  һеҙҙең Марат кеүек булаһы киләме?

Экранда кеше сифаттары бирелгән. Ошо сифаттарҙан, Маратҡа ғына булған сифаттарҙы һайлап алырға.

Уңған                                            Күңелле

Етеҙ                                              Тәртипле

Ялҡау                                           Тупаҫ

Матур                                           Шат

Насар                                           Илаҡ

Ярҙамсыл                                     Намыҫлы

Эшсән                                           Ғәҙел

Аҡыллы                                       Батыр

Ҡыйыу                                         Тырыш
Уҡытыусы: Балалар, ә һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙгә булышаһығыҙмы?

Быйыл йыл башынан уҡ Ғаилә йылы тип иғлан ителде.Ил ныҡ булһын өсөн илдәге ғаиләләр ныҡлы, татыу булырға тейеш.Ғаилә ниндәй осраҡта ныҡлы була: һеҙ балалар атай-әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итһәгеҙ генә, гел дүртле-бишлегә генә уҡыһағыз, тырыш, хеҙмәтте яратһағыҙ ғына .

Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр әйтеү.

  • Уҡыусылар, ә һеҙ хеҙмәт тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
  • Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ - хурлыҡ.
  • Хеҙмәте юҡтың – хөрмәте юҡ.
  • Һөнәрле кеше – хөрмәтле кеше.
  • Иренгән ике эшләр.
  • Ни сәсһәң шуны урырһың.
  • Ялҡауҙың көндә башы ауырта.

4.Йомғаҡлау.

Балалар, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

  • Шишмәләр тураһында, кеше тәбиғәткә ҡарата ниндәй булырға тейеш.

Дәрестән үҙегеҙгә ниндәй файҙалы мәғлүмәттәр алдығыҙ?

  • Шишмәләр тураһында, Ҡәҙриә шиғыр ятлаған. Әйҙә, Ҡәҙриә, рәхим ит.

Шиғыр

Тау үҙәгендә шишмәкәй

Бер сылтырай, бер тына.

Уның көмөштәй һыуҙары

Йәнгә үҙе бер дауа.

Йәй көнө еләккә барһаҡ,

Арып һыуһап килгәндә

Шишмәбәҙҙән көс-дәрт алып,

Ял итәбеҙ сирәмдә.

Әйтеп аңлатҡыһыҙ байлыҡ –

Саф шишмәләрҙең һыуы.

Һаҡлайыҡ күҙ ҡараһындай,

Бысратмайыҡ беҙ уны.

Рәхмәт, Ҡәҙриә.

Эйе, Тыуған еребеҙҙең тәбиғәте матур ҙа, бай ҙа, шифалы ла.Борон-борондан ата-балаларыбыҙ ошо тәбиғәт менән бер  туған булып уны һөйөп, яратып һаҡлап йәшәй белгәндәр. Ләкин ошо матурлыҡты бөгөнгө көндә кешеләр күрә белмәй, уны тәләфләй һәм юҡҡа сығара.

Ә тәбиғәт – тере шишмә. Ул бер ҡасан да ҡорорға тейеш түгел. Беҙ уны яҡларға һәм һаҡларға бурыслыбыҙ.Һыу – ерҙәге тереклек өсөн иң кәрәкле матдә. Ер шарының картаһына ҡараһаҡ, уның күп өлөшө зәңгәргә буялған. Тимәк, ерҙә һыу бик күп тип уйларға була.

Ләкин дингеҙ, океан һыуы эсергә яраҡһыҙ. Эсергә яраҡлы һыу ерҙә бик аҙ.

Йылға, шишмә, күл буйҙарын таҙа тотоу, эсер һыуҙы һаҡлап тотоноу – Һәр кешенең изге бурысы.

5.Баһа  ҡуйыу.

6.Өйгә эш. Борай эргәһендәге берәй шишмәне тасуирлап бәләкәй хикәйә төҙөргә.

Тема: Мәжит Ғафури “Гөлдәр баҡсаһында”.

Маҡсат :

  1. М.Ғафуриҙың биографияһы менән танышыу, шиғырын уҡыу.
  2. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу.
  3. Хеҙмәт кешеһенә ихтирам тәрбиәләү, тәбиғәткә һөйөү хистәрен уятыу.

Йыһаҙландырыу: экран, мультимедия проекторы, компьютер, дәреслек, М.Ғафуриҙың күргәҙмәһе, магнитофон, фонояҙма.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.

Уҡытыусы:  Һаумыһығыҙ! Балалар, хәйерле иртә! 

2.Инеш һүҙ.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙҙең алда ябай ғына төрлө-төрлө сәскәләр. Кемдәр генә һоҡланмай ҙа, кемдәр генә данламай донъялағы матурлыҡты.

Композиторҙар йырҙар ижад иткән, рәссамдар һүрәттәр төшөргән, ә шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙарында күрһәткән.

Бөгөн беҙ дәрестә М.Ғафуриҙың “Гөлдәр баҡсаһында” тигән шиғырын өйрәнербеҙ. Гөлдәр, хеҙмәт кешеһе тураһында һөйләшербеҙ.

Уҡыусылар, бөгөн дәрестә ҡуйған маҡсатыбыҙға ирешәйек! Барыбыҙ ҙа бергәләп тырышып эшләйек, яҡшы баһалар алайыҡ. Балалар, әйҙәгеҙ әле экранға иғтибар итәйек.

Һәр таң һайын килеп заводтарға,

Боролоп сыҡҡан төтөн аҫтында

Һин йырланың маҡтап  хеҙмәтхалҡын,

Күкрәгеңдән гөлдәр аҫтың да.

    Дауыт Юлтый .

 

 

 

Уҡытыусы уҡыуы. Хор менән уҡыу.

Уҡытыусы: Был шиғырҙа һеҙгә үҙләштереү өсөн ниндәй һүҙҙәр ауыр? (Һәр, һайын, аҫтың да, маҡтап, хеҙмәт, халҡын). Ошо һүҙҙәрҙе уҡып китәйек.Был шиғыр юлдарын Д.Юлтый М.Ғафуриға бағышлаған.

М.Ғафури исеме һеҙгә танышмы? Кем ул М.Ғафури?

Уҡытыусы:Эште шағирҙың тыуған яҡтарына сәйәхәттән башлап китәйек. М.Ғафури 1880 йылдың 2 авгусында хәҙерге Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылы хәлфә ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тәүҙә атаһынан, аҙаҡ ҙур Үтәш мәҙрәсәһендә ала.1896 йылда ул Өфөләге “Ғосманиә” мәҙрәсәһенә уҡырға килә, ләкин ярлы үҫмерҙе унда ҡабул итмәйҙәр. Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә оҙаҡ уҡый алмай, ауыр тормош шарттары уны кире үҙ ауылына ҡайтара.1898 йылда Троицк ҡалаһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Йәйен ҡаҙак далаларында балалар уҡыта. Белемен артабан Ҡазанда “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһендә дауам итә.1906 йылдың аҙаҡтарында Өфөгә ҡайта һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра.

Эшмәкәрлеге:

1912 йылда “Шәреҡ” типографияһында корректор булып эшләй.1919 йылда матбуғат органдарына эшкә күсә. 1919-1928 йылдарҙа “Ҡыҙыл юл”, “Шәреҡ ярлылары”, “Урал, “Башҡортостан”, “Яңы ауыл” газеталары редакцияларында эшләй.1923 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.1934 йылдың 28 октябрендә М.Ғафури үпкә ауырыуынан вафат була. Шағирҙың ҡәбере Өфөлә урынлашҡан.

Ижады:

М.Ғафури шиғырҙар, повестар, мәҫәлдәр, пьесалар яҙған.

Ҡәләм ҡәрҙәштәре:

Т.Йәнәби, Ғ.Туҡай, Д.Юлтый, С.Ҡудаш, С.Мифтахов, М.Горький һ.б. менән дуҫ булған.

Иҫтәлекле урындар:

Йорт-музейҙары, Башҡорт академия драма театры, ял паркы, урам, совхоз, колхоз, район исеме, кинотеатр һ.б. урындар уның исемен йөрөтә.Ағиҙелдә М.Ғафури исемендәге параход йөҙә.

3.Шиғыр өҫтөндә эш.

Уҡытыусы:Ә хәҙер беҙ шағирҙың “Гөлдәр баҡсаһында” исемле шиғыры менән танышырбыҙ.

Уҡытыусының уҡыуы.Әңғәмә.

Уҡытыусы: Шиғыр һеҙгә оҡшанымы? Ул нимә тураһында? Шиғырҙа һеҙгә аңлашылмаған һүҙҙәр бармы?

4.Һүҙлек эше (экранда сыға).

Хайран ҡалып – удивляться

Гүйә – будто бы

Ҡара эсле – злой

Ҡылдым тамаша – наблюдал

Күҙҙәр ҡамаша – глаза разбегаются

Уҡытыусының уҡыуы. Хор менән уҡыу.

Һәр бер баланан бер һүҙ уҡытыла.

Уҡытыусы: Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ. Бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙығыҙ. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ.

5.Үҙ аллы уҡыу.

Уҡытыусы: Шиғырҙы үҙегеҙ уҡып сығығыҙ.Үҙ аллы уҡыу.

Уҡытыусы: Ошо шиғырҙы берәмләп уҡып сығайыҡ.Берешәр куплет уҡытыу.

Уҡытыусы: Ҡайһы юлдары нығыраҡ оҡшаны, уҡып күрһәтегеҙ. (Аҙаҡҡы күплетты бер бала уҡып күрһәтә). Ни өсөн ошо юлдарҙы һайлап уҡының? (Эшсән егет, эшсән ҡыҙҙар, күңелле эш тураһында яҙылған).

6.Шиғырға анализ.

Уҡытыусы: Сәскәләргә шағирҙың мөнәсәбәте нисек? Сәскәләргә нисек итеп өндәшә? (Йылы, яғымлы, уларға һөйөп өндәшә, сәскәләр менән һөйләшә, уларҙы ярата). Шағир үҙенең шиғырында ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? (Йәнләндереү)

                              Экранда һүрәтләү саралары сыға.

Уҡытыусы:Йәнләндереү – йәнһеҙ әйберҙәрҙе, тәбиғәт күренештәрен йәнле затҡа хас сифаттар менән һүрәтләү. Шиғырҙан йәнләндереүҙе табайыҡ. (Бер бала табып уҡып күрһәтә).

Уҡытыусы: Шағир сәскәләргә өндәшә. Сәскәләр нисек яуап бирәләр?

7.Таҡтала эш.

Уҡытыусы: Сәскәләрҙең дуҫтарын белдергән һүҙҙәрҙе һайлап алырға. Кемдәр дуҫтары, кемдәр дошманы.

Ике уҡыусы таҡтаға сыға, бер уҡыусы дошмандарын, икенсеһе дуҫтарын һайлап алып таҡтаға магнит менән йәбештерә.

Дуҫтар

Дошмандар

саф күңелле

ҡара эсле

эшсән

тар күңелле

уңған

эшһеҙ

хеҙмәт кешеһе

эшһеҙ кешеләр

Уҡытыусы: Иптәштәрегеҙ дөрөҫ эшләнеме?

8.Ял минуты.

Уҡытыусы: Ә хәҙер уҡыусылар бер генә минутҡа күҙҙәрегеҙҙе йомоп йәйге сәскәле баҡсала йөрөгән кеүек хис итегеҙ.(Тыныс ҡоштар һайраған музыка яңғырай.)

Уҡытыусы: Аҡ, ҡыҙыл, ҙәнгәр сәскәләр тирә- яҡҡа хуш еҫтәрен бөркәләр. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, табиғәт кешене һөйөндөрә.

Уҡытыусы: Ә һеҙ үҙегеҙ сәскәләр үҫтерәһегеҙме? Ниндәй гөлдәрегеҙ бар?Ошо матур сәскәләрҙе үҫтереү өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Уҡыусылар:Яҙ көнө сәсәбеҙ. Сүптәрен утайбыҙ. Йәйен көн һайын һыу һибәбеҙ. Уларҙы яратып үҫтерәбеҙ. Көҙөн орлоҡтарын йыябыҙ.

Уҡытыусы: Эйе, уҡыусылар. Былар бөтәһе лә хеҙмәт талап итә.Ә хәҙер экранға ҡарап сәскәләр донъяһына инәйек. Ниндәй сәскәләр күрәһегеҙ? Был сәскәләрҙе күргәнегеҙ бармы? Ә исемдәрен беләһегеҙме? Кемдәр белә?

 

Уҡытыусы: Беҙ әле уҡыған шиғырҙың төп темаһы ниндәй? Ниндәй кешеләр тураһында. Шағир һүҙе менән әйткәндә эшһеҙ кешеләрҙең сәскәләргә үрелергә хаҡы юҡ.

9.Тест.

Уҡытыусы: Дәресте йомғаҡлар алдынан бәләкәй генә тест эшләп алайыҡ. Ошо тест һорауҙарына дөрөҫ яуаптар табып яҙығыҙ.

  1. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры кем?

а) М.Кәрим                  б) М.Ғафури                 в) Р.Ниғмәти

  1. М.Ғафури нисәнсе йылда тыуған?

а) 1895 й.                     б) 1880 й.                     в) 1831 й.

  1. М.Ғафури иң аҙаҡтан ҡайһы мәҙрәсәне тамамлай?

а) “Ғәлиә”                    б) “Рәсүлиә”                в) “Ғосманиә”

  1. М.Ғафури “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырында ниндәй темаға мөрәжәғәт итә?

                     а) хеҙмәт темаһына

б) революцияға тиклем ауыл темаһына

в) азатлыҡ өсөн көрәш темаһына

  1. М.Ғафуриҙың ҡәбере ҡайҙа урынлашҡан?

а) Троицк            б) Еҙем-Ҡаран              в) Өфө

Уҡытыусы: Ә хәҙер яуаптарығыҙҙы экранға ҡарап тикшерегеҙ. Кемдең бер хатаһы ла юҡ, үҙегеҙгә бишле билдәһе ҡуйығыҙ, ике хатаға – дүртле билдәһе ҡуйығыҙ. Афарин!

Уҡытыусы: Ә һеҙ хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр беләһегеҙме?

Һеҙгә ярҙамға компьютер килә.

Мәҡәлдәр уҡыу.

  1. Эше барҙың, аш
Календарь
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Поиск
Вход на сайт

Copyright MyCorp © 2024
Сайт создан в системе uCoz