Четверг, 25.04.2024, 08:50
Приветствую Вас Гость | RSS

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Усаева Рәмзиә Әбделғәни ҡыҙының сайты


Главная Мой профиль Выход

Вход
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Иншалар

6а класс уҡыусыһыУсаев Айгиздең «Йылан тауы шишмәһе» әкиәте.

Борон-борон заманда

Ата-баш, әсәй-муйын,

Тауҙар бейек,йылғалар киң,

Шишмәләр саф булғанда,

Бейек тауҙың башында

Бер ауыл хасил була.

Хайран йомарт был илдә

Ергә төшкән орлоҡ та

Кешегә тормош бирә,

Донъяларға йән өрә.

Был илдәрҙән Батшаға ла

Үтергә тура килә.

Ғәлийәнәп шул көндән һуң

Ашау-йоҡонан ҡала.

Һәм үҙенең яугирҙәренә был ожмахтан ер бирә.

   Бер кемгә баш эймәгән, дошманға бирешмәгән ғорур халыҡ килеп төпләнә бында.Улар иген иккәндәр, тырышып донъя көткәндәр.

   Ләкин батыр улдар, матур ҡыҙҙар үҫтереп, татыу- имен тормош башлаған халыҡтан Аждаһа бик көнләшкән. Төрлө уҫаллыҡтар уйлап, был илгә  яу ебәргән,ти. Тик Аждаһа бер нимәне белмәгән : бейек тауҙың башында Йылан бит һаҡта торған. Имеш, Йылан ул төбәкте күп ҡазанан ҡотҡарған. Бәлә киләһен һиҙеп, тау башынан һыҙғырған.

Аждаһа яуы киләһен дә Йылан бик ваҡытлы киҫәткән. Ир- егеттәр бер булып, ҡулдарына ҡорал алып, ат атланып, ғаиләләрен Йылан тауы итәгенә йәшереп, илен һаҡларға, данын яҡларға изге көрәшкә киткәндәр. Тик ҡатын-  ҡыҙ күҙ йәшен күрһәтмәгән, уҫаҡ утын һүндермәгән, тыуған балаларын үҫтереп, тыуаһыларын көтөп, ирҙәренә тоғро булып иген иккән, донъя көткән.

Бына бер заман Йылан тағы ла тынғыһыҙлана башлаған. Ул борғоланып- борғоланып ҡойороғон ергә бәргән, янып торған күҙҙәре менән тирә- яҡты айҡаған. Ололар быны хәйерлегә юрап, доға ҡылған. Ҡатын- ҡыҙ, бала- саға тағын тау ҡыуышына йәшеренгән...

Оло юлда туҙан күтәрелгән. Бер аҙҙан  ҡалҡыулыҡта аттарға атланған батырҙар пәйҙә булған. Бына ни өсөн Йылан тынғыһыҙланған икән.

 Еңеү! Еңеүселәр ҡайтты!

Байрам башлана. Йылан тауы шишмәһенә шатлыҡ күҙ йәштәре лә ҡушыла. Тимәк тормош дауам итә, парҙар табыша, парҙар ҡауыша... Тау шишмәһе юлы буш тормай, Сулпы тәңкәләрен тағып, сәскәле-биҙәкле  көйәнтә- силәктәрен иң баштарына һалып , йәш ҡыҙҙар, еңгәйҙәр Йылан тауы шишмәһенә һыуға төшәләр. Ҡыҙҙар һыуға, егеттәр ат эсерергә килгән арала ниндәй генә серҙәр ишетмәгән Йылан тауы шишмәһе?!

         Был шишмәлә мин дә булдым.

         Һыуын эсеп һыуһыным ҡандырҙым

         Битем йыуып сафландым,

         Күстәнәскә һыу алдым....

 

«Мин бәхетле тыуған еремдә» 10б класс уҡыусыһы Ғәйнетдинова Еленаның иншаһы.

 

Үҙенең тыуған иле һәр кемгә ғәзиз һәм ҡәҙерле. Тыуған ерҙең бәпкә үләндәре лә, ыжғыр бурандары ла, йәйрәп ятҡан иген баҫыуҙары ла - һәммәһе лә күңелгә яҡын. Тыуған ерҙә сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙары тәмлерәк, ҡоштар йыры моңлораҡ, кешеләре мөләйемерәҡ кеүек тойола.

     Минең тыуған ерем-Башҡортостан. Беҙҙең республикабыҙ бөйөк Рәсәй территорияһында урынлашҡан. Бында бик күп милләт дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә матур ғүмер кисерә. Уларҙың уникаль традициялары, боронғо культуралары тыуған яғыбыҙҙың иң ҙур рухи байлығы. Һәр кемгә үҙ тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булмаһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрмәһәң дә, күңел барыбер үҙ тыуған яғына тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа ла яҡшыраҡ. Башҡортостан йәшел ҡуйы  урмандары, саф таҙа һыулы йылғалары, бөйөк Урал тауҙары, тәбиғи байлыҡтары, үҙенсәлекле мираҫы һәм ҡомартҡылары менән дан тота, әҙәбиәте һәм фольклоры телдән төшмәй. Тыуған яҡ- минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең - бөтә Башҡортостан.

    Эҫе йәй көндәрендә оло имәндәр һәм төҙ ҡайындар күләгәһендә, еләҫтә йөрөүе иң рәхәтелер. Минең тыуған ерем урмандары төрлө- төрлө еләк - емештәргә, бәшмәктәргә, файҙалы үләндәргә бай.

     Минең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын булған ер - ул минең тыуған ауылым, Баҙраҡ ауылы. Уның тирә-яғын урман, яландар уратҡан, ә эргәһендә Себергән йылғаһы ағып ята.

     Ҡалмияз урманының бөрлөгәнен, ҡарағатын әйтеп тораһы ла юҡ. Яланында еләк ҡыҙыл балаҫ кеүек түшәлеп ята. Яҙғы күкрәүҙәрҙән Шихан тауыбыҙ һәр саҡ гөрләп тора. Был тәбиғәттең киләсәге беҙҙең ҡулда!Ауылыбыҙҙың матурлығын әйтеп бөткөһөҙ.

      Туристарҙың,сәйәхәтселәрҙең күңелендә Башҡортостандың матурлыҡтары оҙаҡҡа һаҡлана. Ҡүбеһенең был тылсымлы, мөғжизәле ергә боролоп ҡайтаһы киләлер, тип уйлайым мин.

Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо тәбиғәт байлыҡтарын, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙө һалыу, тыуған еребеҙгә оло хөрмәт менән ҡарау.Ҡоштарға осор өсөн – ҡанат, үләндәргә үҫер өсөн – тупраҡ, балыҡтарға йөҙөр өсөн – һыу, ә кешегә йәшәр өсөн үҙ тыуған иле кәрәк.Ғәзиз төйәгебеҙ булған Башҡортостаныбыҙ биҙәктәрен киләсәк быуынға күҙ ҡараһылай һаҡлап, тапшырайыҡ. Мин бәхетлемен икән был ерҙә, киләсәк быуындарыбыҙ ҙа шулай уҡ бәхетле булыр, тип ышанам.

 

11б класс уҡыусыһы Ғәйнетдинова Еленаның  «Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар» иншаһы.

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар.

Дуҫтар, һеҙ ҙә тыңлағыҙ.

Башҡортостан ҡунаҡ йыя,

Беҙ ҙә ситтә ҡалмабыҙ.

Дуҫтар, һеҙ ҙә тыңлағыҙ.

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар.

Башҡортостан – төйәгем,

Һине яҡлап, һине данлап

Тибә минең йөрәгем,

Башҡортостан- төйәгем.

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар,

Һүҙеңдән һис сыҡмабыҙ.

Ата-бабалар юлынан

Беҙ ситкә тайпылмабыҙ.

Һүҙеңдән һис сыҡмабыҙ.

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар.

ШОС һәм БРИКС бында үтте,

Ҡоролтай ҙа үтәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары

Күп һорауҙар сисәсәк.

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар.

Күңелдәр киң,йөҙҙәр асыҡ,

Табын тулы  һый-ниғмәт-

Бына шул ул ҙур хөрмәт!

Һынатма, Башҡортостан!

Һынатмаҫ Башҡортостан!

Хат килеп төштө. Эйе, эйе,бөтөн шартын килтереп яҙылған ябай ғына хат.Сибайҙан.Ағайымдан.Йөкмәткеһе генә бик үк ябай түгел- ҡунаҡҡа саҡырғандар.Ләкин юлдар араһында ниндәйҙер  сер ята һымаҡ,етмәһә,күңелдәрҙе тулҡынландырып,ул яҡтарҙың тәбиғәтен тасуирлағандар. Ысынлап та шулай уҡ булһа... Ләкин Борайыбыҙҙан да матур түгелдер инде...

Уйлап ҡараһаң, һәр кемдең үҙ яғы үҙенә яҡын ул. Сөнки һин шунда донъяға ауаз һалғанһың, атай- әсәй һүҙе лә башлап ошонда әйтелгән, ялан  тәпәй һалған эҙҙәрең дә йәшел үлән, урам туҙандарында ҡалған.Дуҫтарың, туғандарың, ата-бабалар ере бит ул.Тыуған яҡ! Бары тик кеше кешегә оҡшамаған кеүек һәр яҡтың үҙ гүзәллеге, үҙенсәлеге бар.

«Мин хайранмын киңлегеңә,

Башҡортостаным- илем”,-тигән бит Мостай Кәрим ағай ҙа.

Ошо илгә 11 октябрҙә 25 йыл тулды.Күп милләтле халыҡтарҙың берҙәмлеген, дуҫлығын кәүҙәләндереүсе был байрам-ысын мәғәнәһендә бөтөн халыҡ тантанаһына әйләнде.

«Республика һәр ваҡыт бөйөк Рәсәйҙең терәге булды һәм шулай булып ҡаласаҡ”,-тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов.

Егерме биш йыл әллә ни ҙур ваҡыт та түгел кеүек.Әммә шул тарихи берәмектә Башҡортостан өс тапҡыр Бөтә донъя ҡоролтайы үткәрергә, яңы төр ижтимағи йәшәйеш дәрәжәһенә күтәрелергә иреште.Дүртенсе тапҡыр Донъя күләм ҡоролтайының Башҡортостанда үтеүе үҙе үк төйәгебеҙгә күрһәтелгән ышаныс ул.

Үҙенең теле, гербы, флагы, гимны булған азат Башҡортостан Бөтә донъя ҡоролтайын үткәрергә лайыҡ тип уйлайым.Һис сикһеҙ ғорурланыр ҡаҙаныштарыбыҙ бихисап, уларҙы һанап сыгыу ғына ла бик күп нимә тураһында һөйләйәсәк. Бер нисә быуат дауамында бай төбәгебеҙҙең аталмаған символы- башҡорт балы, Ағиҙелдең бейек ярында һаҡта торған Салауат Юлаев һәйкәле, Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Урал батыр” эпосы һәм ҡурайыбыҙ- ошолар мөғжизә түгелме?!Ә башҡорт телендә Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе,Ырымбур, Төмән  өлкәләрендә, Татарстан, Удмурт республикаларында һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә һөйләшәләр. Латвия, Эстония, Австралия, Германияла ла башҡорт йәмғиәттәре бар. Барлығы 1,2 миллиондан артыҡ башҡорт телендә һөйләшеүсе иҫәпләнә, ә инде 1 миллиондан артык башҡорт халкы үҙебеҙҙең Башҡортостанда йәшәй. Башҡорт илен, телен үҙенеке итеп ҡабул иткән башҡорттар 21 ноябргә Өфөгә Бөтә донъя ҡоролтайына йыйыласаҡтар.

Был конгреста мин тыуған төйәгебеҙ Башҡортостандың ер – һыуҙарын, сәскәле болондарын, зәңгәр һауаһын, тәбиғәт үҙе биргән байлыҡтарын һаҡлау мәҫьәләһен күтәрер инем.Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында конкрет эштәр һәм уларҙы үтәү юлдары ҡаралһын ине. Шулай булһа ғына еребеҙ үҙенең гүзәллеген быуындан –быуынға тапшыра аласаҡ.Мин экология мәҫьәләһен ҡоролтай башлап күтәрергә тейештер тип уйлайым.Был закон халыҡ араһында ҡоролтайҙың абруйын күтәрер ине.Ҡоролтайҙы бөтөн донъялағы башкорт халкы һайлап ҡуйған. Тимәк, ул алдан атларға, юл күрһәтергә тейеш.

Ә хаттың сере шунда булып сыҡты: беҙҙең ағайыбыҙ ошо ҡоролтайға вәкил итеп һайланған икән. Бындай ҙур хөрмәткә лайыҡ булған өлкән кешене ысын йөрәктән ҡотлап, аҡ юлдар теләп, беҙ ҙә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ.

Халҡына хеҙмәт итеүсе

Һис бер насар эш ҡылмаҫ.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ.

Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар.

Ил яҙмышы- ир ҡулында,

Ир яҙмышы- ил ҡуйынында.

Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!

Ҡоролтайға әйтер һүҙем шул!

 

«Мин бәхетле тыуған еремдә»6а класс уҡыусыһы Усаев Айбарҙың иншаһы.

Тыуған илде үҙе һайлап

 Ала алмай әҙәм – инсан.

Нишләр инем, тыуған-ерҙә

Ошо илдә, ғәзиз ерҙә

 Тыуа алмаған булһам?!..

Р. Фәйзуллин.

Һандуғасым, әйт әле, һин ҡайһы ерҙә тыуған?

Тыуған илем, һөйгән ерем – ирекле Башҡортостан!

Атайым тыуған, әсәйем килен булып төшкән яҡты ла, йәмле лә төйәгем – тыуған яғым Борайҙы бик тә яратам. Ифрат та матур шул ул, минең Борайым! Ауыл артында ғына йәшел урманы, борғаланып аҡҡан Таныбы, өр – яңы тормош менән йәшәй башлаған Сару йылғаһы – барыһы ла яҡын миңә. Тыныс ҡына аҡҡан йылға яҙ килгәс нисегерәк тулып аға. Ярҙарына һыймай ул. Урамдары ҡыл тартҡан кеүек, төп – төҙ, – таҙалыҡҡа, пөхтәлеккә тиңе юҡ,- тиҙәр, сит ерҙәрҙә йөрөп ҡайтҡан кешеләр. Уның береһе Пионерҙар урамы миңә айырыуса яҡын. Ике яғында ағастар гөрләп ултыра.

Аҡ зифа һындарына йәшел шәлдәрен ябынып, нимәләр тураһында  серләшәләр ҙә, ниндәй һүнмәҫ моңдарын һибәләр икән? Ҡайындар тураһында төрлө – төрлө энциклопедиянан уҡып та ҡараным.Ләкин ауылдан һуғышҡа киткән ир – егеттәр ултыртҡан ҡайындар тураһында легенда йөрәккә мәңге уйылып ҡалыр.

Беҙ ҙә китәрбеҙ. Йәш ҡайындар ултыртырбыҙ. Улар беҙҙе: “Иҫән – һау йөрөп ҡайтығыҙ!”- тип оҙатырҙар. Бынан һуң нисек һағынмайһың да, нисек ашҡынып ҡайтмайһың инде тыуған яғыңа?!

Бәлки Әфған, Чечен һуғышына китеүселәр ҙә ҡайындар ултыртҡандарҙың, ата – әсәләре уларҙың да иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләгәндәрҙер?

Бер кемде лә, бер ҡасан да ярҙамынан мәхрүм итмәгән Башҡортостан үҙ улдарының таш һәйкәлдәр булып ҡайтаһын белгәндер ҙә бит... .Әле яңы асылған обелиск янында беҙ, үҙебеҙҙең бала – саҡ уйы менән булһа ла, барыбыҙ ҙа ошо тураһында уйланыҡ бығай. Айҙар Мәхмүтов, Илгиз Сарваров, Марат Нуртдинов кеүек егеттәре булғанда Борайыбыҙ йәшәр, йәшнәр! Беҙ ҙә батыр ағайҙарыбыҙҙың рухына тап төшөрмәбеҙ.

Алда – юлдар. Алда – йылдар. Улар ҙа ошолай күңелле, шатлыҡлы булһын инде. Барыбыҙҙың да йөҙҙәр нурлы булып ҡалһын! Тыуған яҡтың яҡын юлдары беҙҙе һәр ваҡыт үҙенә алып ҡайтыр. Бары тик алға ҡарап атлай белергә генә кәрәк.

Мин дә туҡтамай алға атлаясаҡмын. Алда – ҙур тормош юлы, яңынан – яңыкиңлектәр. Рәхмәт һиңә, Борайым йомшаҡ йәшел бишегем!

Тыуған ерем – әсәм минең,

Шәфҡәт менән тулған бишегем.

Имгән һөтөм, икмәк һәм саф һауам,

Донъяға сығарған ишегем...

                                                 Сәйфи Ҡудаш.

Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Поиск
Вход на сайт

Copyright MyCorp © 2024
Сайт создан в системе uCoz